- Кешенең кәйефе нисек формалаша? Ул иртән тороп, бысраҡ подъезға сыға, ихатаһына сыҡһа тубыҡтан бысраҡ – барыһы ла аңлашыла, уның кәйефе юҡ. Икенсе эш - ул стеналарына сәскәләр төшөрөлгән, яҡшы яҡтыртылған подъезға сыға... Беҙгә кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырырға кәрәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙең береһендә.
Әйткәндәй, биш йыл эсендә Башҡортостанда республика һәм муниципаль ҡаҙна иҫәбенә һигеҙ меңдән ашыу подъезд яңы төҫ алды. Дөйөм алғанда, дүрт меңдән ашыу күп фатирлы йорт тәртипкә килтерелде, 2,7 меңдән ашыу лифт алмаштырылды.
2024 йылда республиканың биш муниципалитетында урынлашҡан 39 күп фатирлы йортта 119 подъезд ремонтланасаҡ. Өфөлә 24 күп фатирлы йорттоң 77 подъезы тәртипкә килтереләсәк.
- Беҙҙең районда ремонт эштәре башлыса ике ҙур тораҡ пунктта үтте. 2020 йылда Мораҡ (З.Биишева урамы, 135 һәм Ленин урамы, 1б) һәм Йомағужа (Төҙөүселәр урамы, 2) ауылдарында өс йортта һигеҙ подъезд яҡшыртылды. Артабан 2021 йылда программаға дүрт йорт инде.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы үткәргән “Күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект” республика конкурсының “Ауыл биләмәләре араһында иң яҡшы подъезд” номинацияһында Ленин урамындағы 1 б адресы буйынса урынлашҡан йорт икенсе урынға лайыҡ булды, - ти район хакимиәте башлығының йәшәйеш менән тәьмин итеү, төҙөлөш, архитектура, сәнәғәт, транспорт һәм элемтә буйынса урынбаҫары Валерий Павлов.
Республикала ррограмманы тормошҡа ашыра башлағанда ҡайһы бер хаталар ҙа асыҡлана. 2019-2020 йылдарҙа ҡыйығы ҡаҡшаған, нигеҙе нығытылмаған йорттарҙа подъездарҙы ремонтларға тотоналар. Шуға күрә муниципалитет башлыҡтарына тейешле тәҡдимдәр бирелә.
Элек тә, хәҙер ҙә мотлаҡ рәүештә торлаҡ хужалары менән осрашыуҙар үткәрелә, унда проблемалы мәсьәләләр тикшерелә һәм программала ҡатнашыу ҡағиҙәләре аңлатыла. Һуңыраҡ улар төҙөүселәр эшен ҡабул итергә тейеш була.
Исемлек элеккесә ҡала: инеү ишектәрен алмаштырыуҙан, беренсе ҡатта керамик плиталар һалыуҙан алып яңы тамбур ишеге, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйыуға тиклем, шулай уҡ стеналарҙы штукатурлау һәм буяу.
Әйткәндәй, быйыл стеналарҙы буяу төҫөн һайлағанда халыҡ тыныс, күҙгә артыҡ бәрелмәгән төҫтәргә өҫтөнлөк бирә. Иң популяр булып һороһәм асыҡ һоро төҫтәр тора.
Программа сиктәрендә шулай уҡ инвалидтар өсөн генә түгел, ололар, балалар коляскаһын йөрөткән ата-әсәләр өсөн дә подъездарға ингән урында пандустар ҡуйыласаҡ.
Программаны үтәүҙең контроль ваҡыты октябргә тиклем билдәләнгән.
Азамат ҒӘҘЕЛШИН.