Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
19 Июля 2024, 08:50

Атай-әсәй – алтын ҡанат

Ысынлап та, бер-береһе өсөн генә яратылған Хәмитовтарҙың алсаҡ булмыштарынан уҡ йәшлек дәрте, тормошҡа, йәшәүгә сикһеҙ һөйөү уты бөркөлөп торғандай. Күп йәштәр район үҙәгенә йәиһә ҡала еренә ынтылған заманда, һоҡланғыс парҙың Ибрай ауылында төпләнеүе, йәғни булдыҡлы ғаилә башлығының атай-әсәй нигеҙен ҡоротмайынса уның һәм наҙлы бишегенең ырыҫын арттырыуы ла оло ихтирамға лайыҡ.

Атай-әсәй – алтын ҡанатАтай-әсәй – алтын ҡанат
Атай-әсәй – алтын ҡанат

- Өй һалғанда, әлбиттә, әсәлек капиталы ҙур ғына ярҙам булды. Үҙебеҙ төҙөгән донъя булғас бигерәк ҡәҙерле, район үҙәгенә күсеү уйыбыҙға ла инеп сыҡмай.       Мораҡҡа йөрөп эшләүҙең бер ҡыйынлығын да тоймайбыҙ, - ти йәштәр ихлас күңелдән.

 Өс балаға ғүмер бүләк итеп халҡыбыҙ һанын арттырыуға ла тос өлөш индергән, эшкә егәрле, донъяға яҡты ҡарашлы һоҡланғыс парҙың мөһабәт йорттары, татыу ғаиләһе Ибрай ауылының ғына түгел, районыбыҙҙың бер сағыу биҙәге булып тора.

 

 Юлиә үҙе лә биш бала тәрбиәләнгән татыу һәм эшһөйәр ғаиләлә иң беренсеһе булып 1991 йылдың 28 февралендә донъяға килгән.

 Атаһы Әнүәр Ғәли улы ҙур шәхси хужалыҡ тота, балаларын аяҡҡа баҫтырыр өсөн бар тырышлығын һала. Әсәһе Наилә Әнүәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар хәҙер Ҡанаҡас ауылында клуб мөдире эшен намыҫ менән атҡара. Районда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең орсоҡ урынына әйләнгәнен, эштәренең тынғыһыҙ икәнлеген белеп-күреп торабыҙ. Ишле мал аҫрағас, һөтөн эшкәртеп ҡорот-майын эшләр өсөн дә күпме ваҡыт талап ителә. Ауыл уңғандары һис моң-зарҙы белмәй һәр нәмәгә өлгөрә, баҡсаһын да үҫтерә.

 Балаларында ла хеҙмәт тәрбиәһе аша тик күркәм кешелек сифаттарын тәрбиәләүгә ирешә улар. Юлиә үҙ бәхетен үҙ ерендә тапһа, икенсе ҡыҙҙары Зәлиә ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, ике бала тәрбиәләй. Илһөйәр рухлы улдары Айнур әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ил мәнфәғәттәрен яҡлауға үҙ өлөшөн тос индерһә, кесе ҡыҙҙары Лилиә Мәләүез ҡалаһында һөт комбинатында эшләй. Ә кинйәләре Илнур әлегә студент. Уларҙың да үҙ бәхетен осратып, матур ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә өмөттәр бағлайһы ғына ҡала.

 Юлиә Новониколаевский ауылында (халыҡ телендә -Урыҫ Ҡанаҡасы) 9 класс белем ала. Мәктәптә уҡыған осорҙа белем эстәргә лә, йыр-бейеүгә лә әүәҫ була. Мораҡ башҡорт гимназияһында 11-се класты тамамлағас, 2010-2014 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия колледжының мәктәпкәсә белем биреү факультетында уҡый. Ҡулына диплом алғас, тыуған районына эшкә ҡайта. Ибрай балалар баҡсаһында ике йыл тәрбиәсе һөнәрен яратып башҡара. Әммә гөрләп торған мәктәп тә, баҡса ла ябылыу сәбәпле, уға был өлкәнән ситләшергә тура килә. Артабан алты йыл “Атлант”та кассир булып эшләй. Тынғыһыҙ хеҙмәт юлында балаларына ла тейешле иғтибар бирергә, йөрәк наҙын бүлергә әмәлен таба. Ә район үҙәгендә Берҙәм дәүләт диспетчер хеҙмәтендә оператив дежурный булып эшләүенә уның хәҙер өс йыл.      

- Эшемде шул тиклем яратам. Беҙҙең эштә күңелһеҙләнергә тура килмәй, ҡайһы берҙә төнө буйы шылтыратыуҙар өҙөлмәй. Район ваҡиғаларының уртаһында ҡайнағандай тоябыҙ үҙебеҙҙе. Кешеләргә, халыҡҡа ниндәй ҙә файҙа килтереүгә, ярҙам итеүгә, хәүефһеҙ тормош тәьмин итеүгә нигеҙләнгән хеҙмәттә эшләүе үҙе бер кинәнес, - ти ихлас булмышлы әңгәмәсем.

 Юлиәнең эше кабинетта ултырып башҡарыла торған, сабырлыҡ, кешеләргә иғтибарлы булыуҙы талап иткән һөнәр булһа, икенсе яртыһы, тормош юлдашының ярты ғүмере юлда, руль артында үтә.

 

 Илнур Ирек улы – урындағы юл төҙөү-ремонтлау идаралығының алдынғы водителе. Уның райондың эре ойошмаларының береһендә намыҫлы хеҙмәт итеүенә тиҙҙән ун йыл була. Тиҫтә йыл эсендә ул күркәм булмышы, үҙ бурыстарына, эшенә яуаплы ҡарауы менән коллегаларының да, етәкселектең дә ихтирамын яулап өлгөргән. Баҫҡан еренән ут сығарған ир аҫылы техникаға ғына түгел, ағас эшенә лә оҫта, йыр-бейеүгә лә маһир, спорт сараларынан да ситтә ҡалмай... Һөйөклөһө өсөн ышаныслы тормош юлдашы, ныҡлы терәге, ә йәндәй ғәзиз өс сабыйы өсөн өлгөлө, хәстәрлекле атай булып тора.

 Алдан билдәләп үткәнсә, Илнур төптән Ибрай ауылынан. Дүрт балаға ғүмер бүләк иткән Гөлдәр Йомабай ҡыҙы менән Ирек Ғиниәт улының татыу ғаиләһендә кинйә булһа ла, һис тә иркәләнеп-наҙланып түгел, кесе йәштән өлкәнерәк туғандарына эйәреп, ауыл эше менән сынығып буй еткерә. Мәктәптән һуң урындағы һөнәрселек училищеһында водителгә һәм умартасыға уҡый. Армиянан һуң үҙен үҫмер сағынан йәненә ятҡан һөнәргә бағышлай. “Ергән МТС-ы”нда водитель булып эшләп тә беләк нығыта, 2015 йылда Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығына эшкә инә.

 Бәхетен дә ситтән эҙләмәй. 2009 йылда юлдарында осратҡан Ҡанаҡас ауылы һылыуын бер күреүҙән үҙ итеп, бер йылдан уға тәҡдим яһай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинйә улдарының кәләш алғанын ата-әсәһенә күрергә насип булмай. Әммә тыуған нигеҙендә һөйгән йәре менән күркәм йорт һалып, матур донъя көткән һәм шат йөҙлө, теремек өс бала үҫтергән булдыҡлы улдары өсөн, һис шикһеҙ, мәрхүмдәрҙең рухтары шатланып яталыр.

 

 Һоҡланғыс парҙың өс балаһы – алсаҡ йөҙлө, йәшәүгә сәмле ата-әсәнең рухи кинәнесе, тормош күгендә балҡып-яныр өсөн йөрәктәренә дәрт һалыусы илһам сығанағы.

 Иң тәүге мөхәббәт емештәре – Иҙел хәҙер үҙе буй еткән егет, уға 14 йәш. З.Биишева исемендәге төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы уҡыуға ла, атаһына оҡшап техникаға ла әүәҫ. Быйыл ул Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең “Ҡурай” бүлеген дә уңышлы тамамланы, Юлай Ҡыҙрасов етәкселегендәге ижади төркөм менән ҡайҙа ғына сығыш яһаманы ла, ниндәй генә республика, төбәк-ара конкурстарҙа еңеүселәр, лауреаттар сафын тулыландырманы.

 Шул уҡ мәктәптә белем алыусы Әҙилә быйыл 5-се класты тамамланы. Уҡыуға ла, бейеүгә лә әүәҫ ҡыҙ әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, уң ҡулы булып үҫеп килә. Ә иң наҙлыҡайҙары - кинйәләре Искәндәргә әлегә бары тик 5 йәш. “Уралҡай” балалар баҡсаһына ҙур теләк менән йөрөгән теремек малай ҙа һәр яҡлап өлгөр.

 Төп эштәрендә һынатмаған Юлиә менән Илнур Хәмитовтар балалары менән бергә тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә, республиканың төрлө ҡалаларына, иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡылырға ла ваҡытын таба. Йөрәк парәләренә ысын алтын ҡанат булған йәш ата-әсәнең ғаилә дуҫтары ла байтаҡ, сөнки аралашҡан кешеләренә лә күңел йылыһын өләшергә һәләтле улар.

 Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауыл еренә йәндәре менән берегеп, ғаилә, кешелек ҡиммәттәрен, рухи байлыҡты матди донъянан өҫтөнөрәк күреп, аҙына ла шөкөр итеп йәшәй белеүсе Хәмитовтарға артабан да күңел һәм тормош күктәренең гел салт аяҙ булыуын теләйек!

 Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Фотолар – ғаилә архивынан. 

 

      

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас