Мораҙым
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Июль , 15:50

Атай-әсәй - алтын ҡанат

 Юҡҡа ғына 2024 йыл илебеҙ президенты тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителмәне. Ниндәй генә заман елдәре ишек ҡаҡмаһын, ҡайһы берәүҙәр күпме генә матди байлыҡ артынан ҡыумаһын, кеше һәм йәмғиәт өсөн ныҡлы ғаилә төп ҡиммәттәрҙең береһе булып ҡала. Тап эшһөйәр һәм татыу ғаиләләр кешелек донъяһын биҙәй, йәмғиәтебеҙҙең ҡаҡшамаҫ нигеҙен һәм рухын булдыра.

Атай-әсәй - алтын ҡанат
Атай-әсәй - алтын ҡанат

Айырыуса күп балалы ғаиләләрҙә изгелекле, егәрле ата-әсәләр өлгөһөндә сабыйҙар бәләкәстән бер-береһе өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп, берҙәмлеккә, эшкә өйрәнеп үҫә, артабан илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып китә. Республика башлығы Радий Хәбиров та йыл башында уҡ үҙенең мөрәжәғәтнамәһендә күп балалы ғаиләләрҙең беҙҙең илдең, милләттең нигеҙе булып тороуын, ғөмүмән бәлиғ булмаған йәштәге балалар тәрбиәләнгән ғаиләләрҙең һәр саҡ дәүләт ярҙамына мохтаж икәнлеген билдәләп үтеп, төп иғтибарҙы шул юҫыҡтағы эшкә йүнәлтергә тәҡдим иткәйне.

 Ысынлап та, тормош ауыр тип зарланырға яратһаҡ та, йәш һәм күп балалы ғаиләләр өсөн төрлө программалар эшләй, һәр ғаилә аҙмы-күпме кимәлдә дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Әсәлек капиталының ғына күпме йылдар дауамында хәҙер республикала меңәрләгән йәш ғаиләләргә аяҡҡа баҫырға, яңы йорт төҙөп инергә, йәиһә балаларына лайыҡлы белем бирергә ярҙам итеүен яҡшы беләбеҙ. Башланғыс кластарҙа уҡыған сабыйҙарыбыҙ мәктәптәрҙә бушлай туҡлана – быныһы ла оло ҡыуаныс. Шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ике йылға бер тапҡыр мәктәп формаһына сарыф ителгән аҡсаһын кире ҡайтарып алыу һәм уҡыусы балаларын мәктәп ашханаһында бушлай ашатыу, апаруҡ ҡына кимәлдә һәр бала башына социаль түләү алыу мөмкинлеге бар. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн социаль түләүҙәр, һәр бала башына бирелгән пособие артыҡ ҙур булмаһа ла, тамсылап күл йыйыла тигәндәй, эш хаҡына ҡушылғас аман ҙур ярҙам булып тойола.

 Ибрай ауылында йәшәүсе Юлиә менән Илнур Хәмитовтар кеүек шөкөр итә белгән, эштән ҡурҡмаған ата-әсәләр дәүләт ярҙамына үҙ тырышлығын ҡушып, егәрлелеге менән уны йөҙгә тапҡырлай - донъяһын да гөл итеп ала, балаларына матур тәрбиә бирә, хеҙмәт яланында ла һынатмай.

 

 Ысынлап та, бер-береһе өсөн генә яратылған Хәмитовтарҙың алсаҡ булмыштарынан уҡ йәшлек дәрте, тормошҡа, йәшәүгә сикһеҙ һөйөү уты бөркөлөп торғандай. Күп йәштәр район үҙәгенә, йәиһә ҡала еренә ынтылған заманда, һоҡланғыс парҙың Ибрай ауылында төпләнеүе, йәғни булдыҡлы ғаилә башлығының атай-әсәй нигеҙен ҡоротмайынса уның һәм наҙлы бишегенең ырыҫын арттырыуы ла оло ихтирамға лайыҡ.

- Өй һалғанда, әлбиттә, әсәлек капиталы ҙур ғына ярҙам булды. Үҙебеҙ төҙөгән донъя булғас, бигерәк ҡәҙерле, район үҙәгенә күсеү уйыбыҙға ла инеп сыҡмай.       Мораҡҡа йөрөп эшләүҙең бер ҡыйынлығын да тоймайбыҙ, - ти йәштәр ихлас күңелдән.

 Өс балаға ғүмер бүләк итеп халҡыбыҙ һанын арттырыуға ла тос өлөш индергән, эшкә егәрле, донъяға яҡты ҡарашлы һоҡланғыс парҙың мөһабәт йорттары, татыу ғаиләһе Ибрай ауылының ғына түгел, районыбыҙҙың бер сағыу биҙәге булып тора.

 АУЫЛ УҢҒАНДАРЫ - ХӘМИТОВТАРҘЫҢ МАТУР ҒАИЛӘҺЕ тураһында тулы яҙмабыҙҙы баҫманың бөгөнгө һанынан уҡырға мөмкин.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: