Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Июль 2024, 12:15

Гәзитле лә, бүләкле лә булды

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге киләһе ярты йыллыҡҡа “районка”ларға яҙылғандар араһында матур-матур бүләктәр уйнатҡайны. Төп бүләгебеҙҙе Мәҡсүт ауылында йәшәүсе Гүзәл һәм Әхмәтйән Вәлитовтар отто.  Ошо көндәрҙә улар үҙҙәренә тәғәйенләнгән призды килеп алды.

Гәзитле лә, бүләкле лә булдыГәзитле лә, бүләкле лә булды
Гәзитле лә, бүләкле лә булды

Гүзәл Миңлеғәли ҡыҙы менән Әхмәтйән Хәкимйән улы Вәлитовтар гәзитебеҙҙең күптәнге дуҫтары. Гүзәл апай 9 йыл ауыл клубын етәкләгән, оҙаҡ йылдар “Октябрь”совхозының иҡтисад бүлегендә эшләгән, әлеге көндә хаҡлы ялда, баҡса үҫтереп, яҡындарын тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлап, тормоштоң һәр көнөнән йәм табып йәшәй ул. Ғаилә башлығы инженер, механик булған, байтаҡ йылдар Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡара.

 Татыу ғаилә өс бала үҫтергән: Салауат улдары полиция хеҙмәткәре, кәләше Эльвира менән ике балаға ғүмер биргән; Светлана ҡыҙҙары – педиатр, ул да ике бала әсәһе; Алһыу ҡыҙҙары быйыл 9-сы класты тамамлаған. 

 Бик уңған ғаилә улар, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр, һыйыр, йылҡы малы аҫрайҙар, ҡорт тоталар.

- Үҙебеҙҙе белә-белгәндән алып гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ. Был юлы гәзитле лә, бүләкле лә булдыҡ. Төп приздың нәҡ беҙгә насип булғаны - беҙҙең өсөн көтөлмәгән ҡыуаныс! Артабан да “Мораҙым”дан айырылмаҫбыҙ, - ти Гүзәл апай.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас