Әлеге көндә байтаҡ яҡташтарыбыҙ, шул иҫәптән Юлдыбай ауыл биләмәһе нә ҡараған ауылдарҙа тыуып үҫкән егеттәр, тыуған ил мәнфәғәттәрен яҡлап, махсус хәрби операцияла йөрөй. Июнь айында уҙған “Юлдыбай ауыл биләмәһе көндәре”ндә улар һәм уларҙың яҡындарына иҫтәлекле бүләктәр, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ошо көндәрҙә ҡыйыу егеттәребеҙҙең береһе ялға ҡайтҡан. Был хаҡта биләмә башлығы Илдар Килсенбаев үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә хәбәр итә.
Ҡаһармандарыбыҙҙың һәр береһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!