Беҙҙең республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә даими рәүештә гуманитар йөктәр оҙатыла. Был изге эшкә бар республика халҡы - муниципалитеттар, етәкселәр, яугирҙарыбыҙ яҙмышына битараф ҡала алмаған эшҡыуарҙар, райондарҙа ауыл хужалығы предприятиелары, йәмәғәт ойошмалары, фермерҙар, мәғариф, мәҙәниәт эшсәндәре, медицина, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар дәррәү ҡушылды.
Махсус хәрби операция башланғандан бирле беҙҙең район халҡы ла был изге эшкә үҙ өлөшөн тос индерә. Биләмәләрҙә әүҙемдәр, ауыл уңғандары маскировкалау селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре эшләй. Һыуыҡ ҡыштарҙа алтын ҡуллы апайҙар, ағинәйҙәр бәйләгән йөн ойоҡбаштар, свитерҙар, шарфтар яҡташтарыбыҙҙың тәнен йылытһа, яҙғыһын гуманитар ярҙам менән ебәргән ҡырҡылған туҡмас, баллы сәк-сәк, бауырһаҡтар, балаларыбыҙ яҙған хаттар, һис шикһеҙ, яугирҙарыбыҙ йәненә сихәт, рух ныҡлығы өҫтәгәндер. Махсус хәрби операция зонаһына райондан бер нисә тапҡыр гуманитар ылау оҙатып барған район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин да утлы юлдарҙағы ир-егеттәребеҙҙең ҡайнар сәләмдәрен, гуманитар ярҙам өсөн ихлас рәхмәттәрен халҡыбыҙға даими еткереп торҙо.
Яңыраҡ ҡына, июнь аҙағында, яугирҙарыбыҙға райондан сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды.
- Сәфәребеҙ уңышлы үтте, мобилизацияланған һәм контракт менән хеҙмәт иткән яҡташтарға йыйылған гуманитар ярҙамды дүрт нөктәгә алып барып тапшырып ҡайттыҡ. Әлбиттә, изге эшкә район халҡы һәр ваҡыттағыса берҙәм ҡушылды, төрлө биләмәләрҙән маскировкалау селтәрҙәре, блиндаж шәмдәре, медицина һәм тормош-көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ярма, көнбағыш майы, бал, консервалар һымаҡ тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек тапшырылды. Яҡташ яугирҙарыбыҙҙың үтенестәрен иҫәпкә алып, йыйылған аҡсаға бензопила, бензогенераторҙар, балта-көрәктәр, саморездар, сөйҙәр, иретеп йәбештереү аппараттары һәм эшләгәндә кейелә торған битлектәр, сысҡан ағыуы һатып алынды. Районда 11 ауыл хужалығы йәмғиәте, 78 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 6 ауыл хужалығы кооперативы бар, гуманитар ярҙам йыйыуҙа уларҙың береһе лә ситтә ҡалманы. Изге эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең һәр ҡайһыһына район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин исеменән һәм шәхсән үҙемдең исемдән оло рәхмәтемде белдерәм, район халҡына яугир ир-егеттәребеҙҙең ҡайнар сәләмдәрен, ихлас рәхмәттәрен еткерәм, - тип әйтеп үтте махсус хәрби операция зонаһына тәүге тапҡыр гуманитар ярҙам алып барған район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Йәнгиров.
Эйе, иҫ киткес йомарт та, уңған да, берҙәм дә беҙҙең Күгәрсен халҡы. Был изге эштә халҡыбыҙҙың күркәм кешелек сифаттары йәнә асыҡтан-асыҡ иҫбатланды.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.