Мораҙым
+24 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
12 Июля 2024, 09:10

Һай, афарин!

 Мораҡ үҙәк район дауаханаһы табип-эндоскопсыһы Ибраһимов Ринат Ғәфүр улы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеменә лайыҡ булды. Уның хеҙмәт юлы хаҡында - сайтта.

Һай,  афарин!Һай,  афарин!
Һай, афарин!

 Ринат Ғәфүр улы 1967 йылда Сапыҡ ауылында донъяға килгән. 1985 йылда Исем урта мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай.  Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 1994 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлай, интернатураны тамамлағандан һуң табип-уролог булып эшләй.  2003-2016 йылдарҙа Күгәрсен районының һаулыҡ һаҡлау тармағын етәкләй.  

  Ул район халҡының һаулығын һаҡлау өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн шулай уҡ РФ һәм БР Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының, район хакимиәтенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән, уға күкрәккә таға торған “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы” билдәһе тапшырылған.

 Әйткәндәй, Ринат Ғәфүр улының тормош иптәше Зөлфиә Рауил ҡыҙы ла ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышлаған абруйлы табип. Матур пар өс бала үҫтергән. Ике ҡыҙҙары ата-әсәһе эҙенән киткән: берәүһе табип булып эшләй, икенсеһе медицина университетында белем ала. Улдары әлегә Мораҡ 1-се урта мәктәбендә белем ала.

 Яҡташыбыҙҙы маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас