Телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттар
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды, исеме үк әйтеп тороуынса был фонд республикабыҙҙың төп дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп матур проекттар булдырҙы.
2020 йылда туған телдәрҙе дистанцион форматта өйрәнеү өсөн “Туған тел донъяһы” белем биреү платформаһы булдырылды, бик күп видеороликтар, телевизион һәм радио проекттары төшөрөлдө. Унан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт-рус һәм рус-башҡорт онлайн-тәржемәсеһе барлыҡҡа килде һәм ул камиллашыуын дауам итә. 2021 йылдан “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы һәм мобиль ҡушымталар эшләй, 2023-2024 йылдарҙа башҡорт телендә һөйләшеүсе “Һомай” аҡыллы колонкаһы балыҡҡа килде. Улар ҙа телебеҙҙе пропагандалауҙа мөһим роль уйнай.
Ошо көндәрҙә башҡорт теле өлкәһендә күләмле лексик онлайн-проект тамамланды
Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимы, русса-башҡортса электрон һүҙлекте, шулай уҡ Google автоматик тәржемәсене төҙөүселәрҙең береһе - Искәндәр Шакиров «Һомай» аҡыллы колонка авторы Айгиз Ҡунафин менән бергә башҡорт теленең параллель корпусын йыйҙы, башҡорт теле өлкәһендә иң күләмле лексик онлайн - проект әҙерләне.
Хәҙер ҡулланыусылар башҡорт теленән икенсе телгә һәм киреһенсә тәржемә итә ала. Билдәләрен, төрлө форматтағы документтарҙы, хәбәрҙәрҙе мессенджерҙарҙа һәм субтитрҙарҙа һаҡлап, китаптарҙы, сайттарҙы тәржемә итергә мөмкин. Бынан тыш, аҡыллы колонка ярҙамында башҡорт телендә аудиокитаптар сығарыу, тиҙ арала смартфон камераһы аша тәржемә итеү, ҡулланыусыларҙың отчет яҙмаһына тәржемә итеү тарихын һаҡлау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Киләсәктә йәнле һөйләшеүҙәрҙең, видеолекцияларҙың синхрон тауыш тәржемәһе булыуы мөмкин.
- Мин һүҙлегемде 2017 йылда төҙөй башланым. Башҡорт теленең 200-гә яҡын һүҙлеген таптым һәм цифрлаштырҙым. Уның идеяһы ошо мираҫтан супермега һүҙлектәр йыйыу ине. Бөгөнгө көнгә рус-башҡорт электрон һүҙлегендә 414 мең һүҙ һәм фраза бар, - ти Өфө Фән һәм технологиялар университетының Юғары философия һәм социология мәктәбе Гуманитар һәм социаль тикшеренеүҙәр институтының философия һәм культурология кафедраһы доценты Искәндәр Шакиров.
- Был күләмле проект фәндең төрлө өлкәләре ғалимдарына файҙалы буласаҡ һәм белем биреү эшмәкәрлегендә - юғары уҡыу йорттарының филология факультеттарында, мәктәптәрҙә, шулай уҡ дәүләт органдарында файҙаланыла аласаҡ, - тип комментарий бирә университет ректоры Вадим Захаров. - Был һүҙлек башҡорт теле тарихында яңы әһәмиәтле бит аса.