Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Июль , 11:15

Бөтәһе лә Еңеү хаҡына

Рәшит Исхаҡов гуманитар ярҙам йүнәлтеп, дөйөм Еңеүгә үҙ өлөшөн индерерә, йөрәге ҡушыуы буйынса һалдаттарға ярҙам итә.

Бөтәһе лә Еңеү хаҡына
Бөтәһе лә Еңеү хаҡына

Мораҡ ауылы пенсионеры Рәшит Ғабдрахман улы Исхаҡов исеменә ғәскәри частан Рәхмәт хаты килде.

 “39-сы айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһы командованиеһы илһөйәр булыуығыҙ, әүҙем гражданлыҡ позицияғыҙ, махсус хәрби операция зонаһында туранан-тура ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәргә гуманитар ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн Һеҙгә ихлас рәхмәт белдерә.

 Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ Рәсәй Федерацияһы граждандарының беҙҙең армияға ихлас ярҙам итергә теләүен күрһәтә. Изге эштәрегеҙ уңышҡа, именлеккә һәм бәхеткә илтһен.

  Ихтирам менән бригада командиры, гвардия полковнигы С.Жигалкин”.

 Яугирҙар ҙа Рәшит Ғабдрахман улына ҙур рәхмәтен белдергән.

  Рәшит Исхаҡов гуманитар ярҙам йүнәлтеп, дөйөм Еңеүгә үҙ өлөшөн индерерә, йөрәге ҡушыуы буйынса һалдаттарға ярҙам итә. Ул махсус хәрби опреациялаҡатнашыусыларға 250 килограмм ит, 300 килограмм бал, биш госпиталь носилкаһы, ике электр генераторы, шулай уҡ сәк-сәк, ҡаҙы оҙатты.

 Еңеү әләме яу яланында ғына түгел, тылда ла туҡыла. Ил мәнфәғәтен яҡлаған ҡаһармандарыбыҙ Рәшит Ғабдрахман улы кеүек ватандаштарыбыҙҙың ярҙамын, терәк булыуын тойоп, хәрби бурыстарын тағы ла яҡшыраҡ үтәр. Тимәк, Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Анатолий КАЗАКОВ.

Автор:
Читайте нас: