Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Июль , 15:30

Матур ғаилә - ил күрке

33 йыл элек сәстәрен-сәскә бәйләгән Ғәлиә һәм Айса Буранбаевтар ҙа утты-һыуҙы бергә кисеп, донъяның ағын-ҡараһын бергә күтәргән һәм бәхеткә өлгәшкән. Мораҡ ауылының матур парҙарының береһе улар!

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Ҡара күҙле, ҡараш ҡашлы, ысын башҡорт ҡыҙы булған Ғәлиә апай Сәйетҡол ауылында ғүмер кисергән Разия һәм Закир Байгилдиндар ғаиләһендә донъяға килгән.

Ғәлиә апай бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр булып, эштең рәтен-сиратын белеп үҫә. Ауылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы медицина училищеһына уҡырға инә. Ошо уҡ ҡалала “ЭВМ операторы” тигән һөнәрҙе лә үҙләштерә. Хеҙмәт юлын ул Стәрлетамаҡ клиник дауаханаһында башлай.

1990 йылда район үҙәк дауаханаһында таныша Айса ағай менән Ғәлиә апай.
 Айса Бикмырҙа улы Буранбаев Яңауыл, халыҡ теле менән әйткәндә Эткөсөк ауылында тыуып үҫкән. 

 1991 йылда гөрләтеп туй үткәрә йәштәр.

Бер-бер артлы өс балалары донъяға килә.  Азамат улдары хәҙер инде үҙе башлы-күҙле, Йылайыр районы ҡыҙы Гөлфирә менән ике бала үҫтерә: Рамаҙан быйыл 1-се класҡа уҡырға бара, Әмиләгә иһә ошо көндәрҙә 5 йәш тулған. Ғаилә башлығы Себер тарафтарында эшләй, кәләше “Уралҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәсе.
 Гүзәлиә Салауат медицина колледжын тамамлап, Мәләүез дауаханаһының хирургия бүлегендә хеҙмәт юлын башлаған. Тормош иптәше - Һатлыҡ ауылы егете Айҙар Килсенбаев менән Мәләүез ҡалаһында йәшәй, әлеге мәлдә 4 айлыҡ Йәсминә менән декрет ялында.
Оя төбө – төпсөктәре Розалия Күгәрсен район-ара судында эшләй, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында белем ала.

Ғәлиә апай байтаҡ йылдар юл төҙөү-ремонтлау идаралығында эшләй, Айса ағай иһә колхозда, аҙаҡ юл төҙөү-ремонтлау идаралығында, “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”, “Тәүәкән”йәмғиәттәрендә водитель була, әлеге көндә Себер тарафтарында тир түгә.

Улар хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡығыҙ. 


 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: