Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июль , 12:53

Июлдә һауа торошо

Синоптиктар алдағы айға һауа торошо менән уртаҡлашты.

Июлдә һауа торошо
Июлдә һауа торошо

Синоптиктар алдағы айға һауа торошо менән уртаҡлашты.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, июлдең тәүге аҙнаһында төбәккә эҫе килә. 1 июлдән 7-һенә тиклем һауа көндөҙ 33 градусҡа тиклем йылынасаҡ, ә төндә термометр бағанаһы 14, 20 градустан түбән төшмәйәсәк. Аҙна башында йәшен йәшнәүе фаразлана, ләкин республикала хәүефле метеорологик күренештәр көтөлмәй.

Июлдең икенсе яртыһында эҫе була. Һауа температураһы көндөҙ уртаса 25, 31 градус һәм төндә 18, 20 градус йылы буласаҡ. Шулай уҡ республикаға йәнә аяҙлы-болотло, ямғырлы, урыны менән ҡойма ямғырлы һәм йәшенле көндәр ҡайта. Иң күп яуым-төшөм 12 июлдән 14-нә тиклем көтөлә, шуға күрә тәбиғәттә ял итергә планлаштырһағыҙ, ҡулсатыр, йоҡа полиэтилен плащ һәм резина итектәр тураһында хәстәрлек күрегеҙ.

15 июлдән 21-енә тиклем эҫе бер аҙ сигенә, һауа температураһы көндөҙ – 24 градус тирәһе, төндә 17 градус була. Ямғырлы һәм болотло һауа торошо ай аҙағына тиклем һаҡланасаҡ.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: