Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Июль , 12:40

Төп бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?

Ниһайәт, гәзит уҡыусыларыбыҙ көтөп алған көн етте: “районка”ларға киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылғандар араһында төп приздар уйнаттыҡ.  Ә приздар шәп ине: саң һурҙырғыс, кофеварка, миксер, юрған, пледтар. “Мораҙым” гәзитенә яҙылыусылар араһында төп приз – көнкүреш техникаһы тауарҙары магазинына 10 мең һумлыҡ сертификат!  Был бүләктәр кемдәргә насип булды тип уйлайһығыҙ? Тулы исемлек сайтта.

Төп бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?
Төп бүләктәребеҙ кемдәргә насип булды?

 Шулай итеп, пледты – Үрге Бикҡужанан Гөлдәр Мансурова, йәнә бер пледты Хоҙайбирҙин ауылынан Люциә Байғазина, миксер Мораҡ ауылынан Байғазакова Г.Г., кофеварканы Мәҡсүттән Арида Илешева, саң һурҙырғысты Яңы Покровканан Ишкилдина отто.

 “Мораҙым” гәзитенә яҙылыусылар араһында төп приз – көнкүреш техникаһы тауарҙары магазинына 10 мең һумлыҡ сертификат ине. Ул Мәҡсүт ауылынан Гүзәл Вәлитоваға насип булған. Еңеүселәрҙе редакциябыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Үҙең менән паспорт, ИНН алып килергә кәрәк.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: