Йәмәғәт урындары – халыҡ өсөн
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты йыл һайын рәсәйҙәргә тәү сиратта, төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт киңлеге өсөн тауыш бирергә мөмкинселек аса. Проекттың төп маҡсаты – Рәсәйҙә муниципалитеттарҙың үҫешеүенә яңы һулыш биреү. Уның нигеҙендә йәмәғәт урындары – яр буйҙары, парк, сквер, ял итеү урындары, урамдар, спорт майҙансыҡтары һ.б төҙөкләндерелә. “Уңайлы ҡала мөхите” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыу Рәсәйҙә 2030 йылға ҡала мөхитен бер ярым тапҡырға яҡшыртыуҙы күҙ уңында тота.
Быйыл Башҡортостанда “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә 1,2 миллиард һум аҡсаға 123 йәмәғәт территорияһы төҙөкләндереләсәк.
Был – 20 парк һәм сквер, туғыҙ йылға буйы, алты майҙан, 72 йәйәүлеләр үткәүеле, аллеялар һәм башҡа йәмәғәт территориялары. Шулай уҡ, өс фонтан, 12 балалар, уйын һәм спорт майҙансыҡтары һәм скейт-майҙансыҡ ҡуйыласаҡ.
– Был проект сиктәрендә беҙҙең районда эштәр дәррәү генә бара, былтыр район үҙәгенең "Төньяҡ" биҫтәһендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ял зонаһы асылды.
Ошо яҡ урамдарҙа йәшәүселәр күптән элекке баҙар урынына балалар өсөн уйын майҙансығы ҡуйыу һорауын күтәрә ине. бына, ниһайәт, уларҙың хыялы тормошҡа ашты.
Ял зонаһында балалар өсөн бер нисә уйын майҙансығы, скейт майҙансыҡ, ял итер өсөн эскәмйәләр бар. Бөтәһе лә заман талаптарына ярашлы эшләнгән.
Быйыл ошо проектҡа ярашлы район мәҙәниәт һарайы артындағы йәмәғәт урыны төҙөкләндерелә һәм балалар, өлкәндәр өсөн ял итеү урынына әүереләсәк.
Майҙансыҡҡа ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйыла, брусчатка йәйелә, төнгө ваҡытта яҡтыртыу өсөн фонарҙар ҡуйыла, - тип һуңғы йылдарҙағы эштәр барышы менән таныштырҙы район Советы секретары Руслан Әхмәров.