Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
21 Июнь 2024, 09:10

Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!

Бынан 83 йыл элек 22 июнь таңында фашистик Германия ғәскәре бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына һуғыш башлай. Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөндә бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығы алдында баш эйә. Беҙҙең районда ла “Ҡайғылы әсә” обелискыһына сәскә һалып, яу ҡырында ятып ҡалғандарҙы бер минутҡа тын ҡалып, иҫкә алдылар.  Кискә район үҙәгендә “Хәтер шәме” акцияһы уҙасаҡ.

Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!

 Дүрт йыл дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы 27 миллиондан ашыу яугир ғүмерен алып китә. Беҙҙең райондан ғына дәһшәтле һуғышта 13 меңдәш ашыу һалдат ҡатнаша, шуның яртыһы тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай, яу ҡырында ятып ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары өсөн 13 миллион совет һалдаты орден-миҙал менән бүләкләнә, 11 мең яугир (Башҡортостандан - 278) Советтар Союзы геройы тигән исемгә лайыҡ була, ошо 11 мең яугирҙың 9-ы беҙҙең райондан.

Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Мәңгелек дан һеҙгә, яугирҙар!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас