Тынғыһыҙ хеҙмәт яланында, изге яу ҡырында күргән-кисергәндәрен үҙе иҫән саҡта уҡ “Тормош һуҡмаҡтары буйлап” исемле йөкмәткеле китабына туплап, туған төбәге һәм тыуған илебеҙ тарихын ташҡа баҫтырып өлгөргән Мораҙымдың данлы улы – Бөйөк Еңеү таңын ҡойғандағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ике Дан, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы кеүек юғары наградаларға лайыҡ булған Ғаләм Ҡотлогилдинды һәр йөрәк һағынып иҫләйҙер. Афған еренең утлы юлдарында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән, әлеге ваҡытта атай нигеҙен һыуытмайынса уға йәм биреп, һөйөклө балаларына һәм тыуып үҫкән төйәгенә терәк булып йәшәүсе Хәлит Ҡотлогилдинды сикһеҙ ихтирам итәбеҙ. Илебеҙ өсөн шәһит киткән яңы дәүер батыры – Әнүәрҙең яҡты исемен мәңге йөрәктә һаҡларбыҙ, мәрхүм яугирҙең ныҡ рухлы, сабыр йөрәкле ата-әсәһе Фирҙәүес менән Рамаҙан Ҡотлогилдиндар алдында баш эйәбеҙ. Хәҙер инде ике йыл махсус хәрби операцияла булған, еребеҙ именлеге һағында ҡыйыу торған Гөлсиә менән Илфат Ҡотлогилдиндарҙың өлкән улдарына имен-аман юлдар теләйбеҙ.
Көслө рухлы ауыл уңғандары – Рәмилә менән Азамат Китиковтарҙың, бар район халҡын шифалы ҡымыҙ менән тәьмин итеүсе Эльвира һәм Әхтәм Казбаковтарҙың, алтын ҡуллы, тәжрибәле ҡортсолар Зәлиә менән Зиннур Моталлаповтарҙың таһыллығына һоҡланмаған кеше юҡтыр ул. Бар ғүмерен һаулыҡ һағына, фиҙаҡәр хеҙмәткә бағышлап, әлеге ваҡытта ла Мораҙым, Ыуары халҡының уң ҡулы, ныҡлы терәге булып тороусы Вәзирә Ҡотлогилдинаға, урындағы халыҡты үҙ асылына ҡайтарыуҙа изге эштәр башҡарып, тирә-яҡҡа иман нуры өләшеп йәшәүсе Хәбирә менән Рим Ҡоланбаевтарға ла һоҡланыуыбыҙ сикһеҙ.
Юлдыбай ауыл хакимиәте көнө сиктәрендә уҙғарылған ауылдаштар байрамына килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ла икмәк-тоҙ, көр күңел һәм яҡты йөҙ менән ҡаршы алды мораҙымдар. Йыр-бейеүгә, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға әүәҫлектәре, ауыл инәйҙәре, апайҙарының ҡул эштәренә оҫталыҡтарын иҫбатлап тороусы бай йөкмәткеле күргәҙмә, ата-бабаларынан ҡалған күркәм сифаттарҙы, изге ғәмәлдәрҙе дауам иттереүсе Хоҙайғоловтар нәҫеленең шәжәрә ағасы, күптән түгел ауыл осонда барлыҡҡа килеп был төбәккә ҡупшы төҫ биреүсе “Мин яратам Мораҙымды” яңы арт-объекты... – береһе лә ҡунаҡтар иғтибарынан ситтә ҡалманы.
Ауыл буйлап үткәндә иң тәүҙә биләмә башлығы Илдар Килсенбаев 85 йәшен туйлаған Хәлиҙә Казбакованы тәбрикләне. Күркәм инәйҙең ейәнсәре Гүзәлиә ҡунаҡтар иғтибарына башҡорт бейеүен бүләк итте. Илдар Наил улы Флүр Исмәғилов, Хәлит һәм Илфат Ҡотлогилдиндарға атай нигеҙен һаҡлағандары өсөн, хәстәрлекле атайҙар – Шәрифйән Казбаков, Миҙхәт Ҡотлогилдиндарға, “Иң татыу ғаилә” номинацияһында еңеүсе Зера менән Урал Ҡотлогилдиндар, һәр саҡ кешеләргә ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тороусы Зәйтүнә Ҡотлогилдинаға, “Мораҙым һандуғастары” – Фәимә Ҡотлогилдина, Минияр Солтанбаев, Зөмәрә Ҡотлогилдиналарға сертификат һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ауылдың иң өлкән кешеһе – 94 йәшлек Диләфрүз Хәкимова, хөрмәтле юбилярҙар – Наирә Ҡотлогилдина, Рәмилә Вәлиеваға ихтирам-хөрмәт күрһәтергә, нурлы төбәктең киләсәген, сабыйҙарын – Әминә (Гүзәл менән Руслан Моталлаповтар), Динараны (Дина менән Азамат Ҡотлогилдиндарҙың ҡыҙы), 25 йыл бергә татыу ғүмер кисереүсе әүҙем йәмәғәтселәр –Гөлсара менән Салауат Ҡотлогилдиндарҙы сертификат менән ҡотлап үтергә онотманы. Әйткәндәй, өс ул үҫтергән, ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә үткән Зөмәрә менән Миңләхмәт Ҡотлогилдиндар әҙерләгән байрам өҫтәле милли ризыҡтарҙан һығылып тора ине. Тап ана шундай ҡунаҡсыл, ихлас кешеләр Мораҙымдың йөҙөк ҡашы булып тора ла инде.
Артабан да тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, иман йортонан ағылған моңло аҙан тауышынан йәндәренә сихәт, күңел сафлығы алып, ожмахҡа тиң нурлы ла, серле лә тыуып үҫкән төбәктәренә ғәм һәм йәм өҫтәп, тормош күгендә балҡып-янып йәшәүҙәрен теләргә генә ҡала мораҙымдарға.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Автор һәм Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.