Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2024, 06:35

Йәм бөркөлдө, йән өрөлдө Ыуарыға

 Серле тауҙар ышығына һыйынып ултырған Ыуары (рәсми ҡағыҙҙа – Багдашкин) ауылында уҙған байрам сараһы был төбәкте нурлап йәшәүсе бар халыҡты, олоһон да, кесеһен дә бер урынға тупланы. Тыуып үҫкән еренән кендеге айырылғандар ҙа йән төйәгенә, йыраҡтарҙан тартып торған атай нигеҙенә был көндә һағынышып ҡайтты.  Район үҙәгенән килгән ҡунаҡтар тәүҙә ауылдан алыҫ түгел сылтырап аҡҡан  Һырт шишмәһенең тешеңде һындырырлыҡ һалҡын һыуынан ауыҙ итте. Тәбиғәт ҡомартҡыһының тирә-яғын төҙөкләндереп, уға йәм бөрккән Рөстәм Исхаҡов, Мансур Йәғәфәров, Урал Абдуллин кеүек ысын ир аҫылдарына “афарин”дан башҡа ни тиерһең?

Йәм бөркөлдө, йән өрөлдө ЫуарығаЙәм бөркөлдө, йән өрөлдө Ыуарыға
Йәм бөркөлдө, йән өрөлдө Ыуарыға

Ыуары ҡыҙы Земфира Аллағужина ҡунаҡтар өсөн ауыл урамдары буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторҙо. Ҡунаҡтарҙы иң тәү булып  35 йыл бергә татыу ғүмер итеп өс ҡыҙ һәм бер ул үҫтергән, гөрләтеп донъя көткән Тәслимә менән Рафаил Сәғитовтар татлы ҡымыҙ, баллы сәк-сәк, икмәк-тоҙ менән ҙурлап ҡаршы алды. Ә атай нигеҙенең ҡотон арттырып йәшәүсе Гөлшат Абдулхай ҡыҙының улы әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла икән, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдең хужабикәһенә, изгелекле әсәгә ҡунаҡтар аҡ теләктәрен, рәхмәттәрен яуҙырҙы. Ауылдың әүҙеме - Рәсимә Зәитова йәшәгән күркәм йорт алдына йыйналған ауылдың иң шәп инәйҙәре тарихты онотмаҫҡа, яҡты донъяларҙың, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтеп үгет-нәсихәт әйтте, изге доғалар уҡыны.

 “Ауылым” тип өҙөлөп йәшәп, уның яҙмышына битараф ҡала алмаған Лилиә менән Фоат Төхвәтуллиндар, Гөлдәр менән Ринат Әҙелғужиндар, изге Күгәрсен ерендә үҫкән һәм мең ауырыуҙан дауа булған шифалы үләндәрҙең үҙебеҙҙә генә түгел, сит илдәрҙә данын таратҡан Минзирә менән Ҡасим Рафиҡовтар, Кәримә менән Урал Абдуллиндарҙың байрам табындарында күгәрсен һөтө генә юҡ ине! Ауыл еренең тәмен-йәмен тойоп, ҙур шәхси хужалыҡ тотоп, йәшнәп-күкрәп йәшәгән уңғандарҙың донъялары ла гөлдәй балҡый.

 Ауыл байрамының тантаналы өлөшөндә Илдар Наил улы урындағы халыҡҡа иман нурын өләшеүсе Төхвәтуллин Рафиҡ хәҙрәткә, ауылдың иң өлкән кешеһе, бар ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған Ирек Ишмәтовҡа;  ауыл шишмәһен төҙөкләндереп изге ғәмәл башҡарған, яҙмабыҙ башында исемдәрен телгә алған булдыҡлы уҙамандарға; Ыуары ғына түгел, намыҫлы хеҙмәте менән район халҡының ихтирамын яулаған абруйлы табип Наил Сәғитовҡа, байрамға әҙерлек йөҙөнән йорт-ихаталарын ипкә килтереп, ауылға йән өргән һәм һыйлы табындар әҙерләп көткән уңғандарға мең рәхмәтен еткерҙе. Тантанала ярты быуаттан артыҡ бергә-бергә ғүмер кисереүсе һоҡланғыс парҙар – Мәрйәм менән Мөхәмәт Исхаҡовтар, Фәриҙә менән Ирек Ишмәтовтар, Суфия менән Риф Төхвәтуллиндар; 90 йәшен армаҡлап, ғүмерҙең унынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан Сафия Абдулла ҡыҙы һәм Хөпбиниса Хайрулла ҡыҙы Зәйетовалар, 85 йәшен туйлаған Маһинур Гәрәева рәхмәт хаты һәм сертификат менән бүләкләнде. “Алтын ҡулдар” номинацияһында еңеүсе Нажия Тазетдинова, Миңзәлә Ейәнсурина, Мәҙинә Исхаҡова, Шәмсиә Иҙрисова, Хәлиҙә Баязитовалар, “Хәстәрлекле атай” номинацияһында айырылыусы Кәримов Төхвәт Бәхтиғәни улы; атай нигеҙен һаҡлаусы Вәхит Тазетдинов, Гөлшат Шәфиева, Сәғиҙә Ғилмийәроваларҙы ла тәбрикләп, ауыл ҡотон ебәрмәүҙә тырышлыҡтары өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе биләмә башлығы. Ауылдың иң йәш граждандары – быйыл йәмле яҙҙа яҡты донъяға килгән Асҡар Кәримов менән Элина Халиҡованы ла, дөрөҫөрәге сабыйҙарҙың ата-әсәләрен, тәбрикләп үтте.

 Ыуарылар утлы афғанды үткән ир аҫылдарын да телгә алырға онотманы, яңы дәүерҙә еребеҙ именлеге һағына баҫҡан Фирғәт Исхаҡов менән Ғазинур Шәфиевҡа имен-аман юлдар теләне. Шулай уҡ сарала ауылдың төҙөклөгөн хәстәрләп тороусы Әүхәҙи Зәйетов, Нәжип Ишмәтов, Ғафур Әбүбәкиров, Радик Ғилмийәровтар, үҙ төбәге яҙмышына битараф булмаған Гөлзада Тазетдинова, Әҡлимә Ишмәтова, Нәҡиә Ниғмәтуллина, Мансура Мөлөкова, Мәҙинә Исхаҡова, Шәһербаныу Зәйетоваларҙы ла бүләкләп уҙҙы. Белдекле ыуарылар яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарыбыҙ обелискын тәртипкә килтереүгә көс һалған бағымсы Әхмәт Әбүбәкиров, һәр сарала ярҙам ҡулын һуҙырға әҙер тороусы бағымсылар Тәскирә Абдулхай ҡыҙы менән Ришат Сәлмән улына ихлас йөрәктән оло рәхмәтен белдерҙе.

 Ауыл һәүәҫкәрҙәре, “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө артистары Ғәлим Кинйәбулатов һәм Илдус Шәрипов башҡарыуында моңло йырҙар халыҡҡа йәнә лә байрам кәйефен өләште. Былай ҙа эшкә бөтмөр, тормошҡа сәмле халҡы менән күңелде арбаусы Ыуары байрамдан һуң ҡупшыланып, йәмләнеп ҡалды.

Гөлшат ВӘЛИЕВА.

Автор фотолары.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас