Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2024, 05:30

Уңғандарға, оҫталарға бай Юлдыбай

Районыбыҙҙың күркәм ауылдарының береһе – Юлдыбай халҡы  был ҙур сараға алдан ныҡлы әҙерләнде: һәр кем үҙенең йорт-ихатаһын төҙөкләндерҙе, иҫкергәнен яңыға алмаштырҙы, буяны, ағартты, донъяһын гөл кеүек итеп ултыртты. Ауылда бик тырыш һәм уңған халыҡ йәшәй икән, тыуып үҫкән ата-әсә йортон да йәтим итмәй, ҡайтып, тәрбиәләп йөрөүселәр күп.

Уңғандарға, оҫталарға бай ЮлдыбайУңғандарға, оҫталарға бай Юлдыбай
Уңғандарға, оҫталарға бай Юлдыбай

Юлдыбайҙар ҡунаҡтарҙы, район хакимиәтенән килгән комиссия вәкилдәрен һәр ваҡыттағыса ауыл осонда йыр-бейеү, халҡыбыҙҙың милли ризыҡтары - ҡымыҙ, сәк-сәк менән ҡаршы алды.

 Һәр урамда мул табынлы өҫтәлдәр әҙерләнгән ине, ялтыр самауыр әллә ҡайҙан балҡып, ҡунаҡтарҙы саҡырҙы, йор һүҙле, егәрле хужа-хужабикәләр иһә таҡмаҡтарын әйтеп, табынға әйҙүкләне. 

 Педагогик хеҙмәт ветераны Венера Килсенбаева балалары, туғандары менән бик матур табын ҡорған ине. Венера апай тормош иптәше Рәис ағай (мәрхүм инде) менән 7 бала тәрбиәләп үҫтергән, балалары күптән инде башлы-күҙле булып бөткән, үҙ донъяһын ҡорған, мәҙәниәт, медицина, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләй.

 36 йыл ғүмерен балаларға тәрбиә һәм белем биреүгә бағышлаған Хәтимә Мырҙабаева ауыл байрамын балалары, ейән-ейәнсәрҙәре  менән ҡаршы алды. Хәтимә инәй ире менән өс бала үҫтергән, уларҙың һәр береһе тормошта үҙ юлын табып, лайыҡлы донъя көтә. Ҡыҙы Нәбирә Юлдыбайҙы  оҫталар төбәге булараҡ бөтә республикаға танытҡан, халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы – ҡурай эшләүсе Рәмил Хөснуллин менән тыуған ауылында Юлдыбайҙа төпләнә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәмил ағайҙың ғүмере иртәрәк өҙөлә, әммә уның эшен улы Урал лайыҡлы дауам итә. Ҡыҙы Наилә шулай уҡ тыуған ерендә күркәм донъялар ҡороп, балалар үҫтергән, әсәһен ҡарап, тәрбиәләп тороусы, ике донъяны бағыусы ла ул.

 Юлдыбай ауылын  күптән түгел төйәк итһәләр ҙә, ауылға йәм биреп йәшәйҙәр Мәрзиә менән Юлай Ишбулатовтар. Уларҙың улдары - Тыуған иленең ысын патриоты, әле махсус хәрби операция зонаһында намыҫ менән хәрби бурысын үтәй.

 Ауылдың киләсәге Илсиә менән Дамир Әбделмәновтар кеүек күркәм йәштәргә бәйле тиһәм, һис арттырыу булмаҫ, улар заман ауырлығына һылтанмай 9 балаға ғүмер бүләк иткән.

 Нәзирә Әминеваның йорто Тасы урамының бер биҙәге, бер йәме. Тормош юлдашы Искәндәр ағай менән ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләгән Нәзирә инәйҙең балалары күптән башлы-күҙле, әммә әсәһен ҡул ярҙамынан ҡалдырмай. Матур өҫтәлдән тыш, Әминевтар күргәҙмәһен ейәнсәре Ләйсәндең картиналары, ейәне Тамерландыңмиҙал-кубоктары биҙәне.

 Юлдыбайҙа ғына түгел, ә тирә-яҡта имсе, бағымсы булараҡ дан алған Хәтирә инәй Йосопова түңәрәк ясин үткәреү, ҡот ҡойоу йолаларын күрһәтте.

 Роза Назарова ата-әсәһе мәрхүм булып киткәс, йорттарын етемһерәтмәгән, тәрбиәләп, ҡарап тора. Ул апаһы Сәриә Ғәлиева менән матур йыр ҙа бүләк итте.

 Мәүлекәсовтарҙың атай йорто ла балалары тарафынан лайыҡлы тәрбиәләнә, Фәүзиә апайҙың ейән-ейәнсәрҙәре – киләсәктә медицина өлкәһендә эшләргә теләүсе бәләкәстәр сценка тәҡдим итеп ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрҙе. Улар аласыҡтарында боронғо әйберҙәрҙе туплап, бәләкәс кенә музей ҙа булдырған. Әйткәндәй, тап Фәүзиә апай менән уның тормош иптәше Һаҙый ағай ауылда иман йорто булдырыуға күп көс һалған.

 Альбина менән Айтуған Миңлебаевтарҙың булдыҡлы хужа менән хужабикә икәне әллә ҡайҙан күҙгә ташлана, төҙөк йорт-ҡура, һыйлы табын, гөл-сәскәләр, улар өс балаға ғүмер биргән.

 Кәсирә менән Хәбир Һунаршиндарҙың йорто ла ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте: төп йортҡа балалар, ейән-ейәнсәрҙәр йыйылған. Уларҙың ейәнсәрҙәре ҡунаҡтарға дәртле бейеү ҙә бүләк итте. 

 Ғөмүмән алғанда, күмәк көс менән әҙерләнгән бай табындар төрлө ризыҡтарҙан һығылып торҙо. Егәрле хужа-хужабикәләрҙең барыһына ла афариндан башҡа һүҙ юҡ.

 Байрамдың икенсе өлөшө ауыл мәҙәниәт усағында дауам итте. Йәштәргә үрнәк булып, оҙаҡ йылдар иңде-иңгә терәшеп йәшәүсе татыу ғаиләләр, өҫтәлдәр ҡуйып, балаларын, туғандарын бер ҡорға туплаған уңған хужа-хужабикәләр, ауыл, йәнтөйәге өсөн янып-көйөп йөрөгән ауыл әүҙемдәре, йәштәре, иң оло йәштәге граждандары тәбрикләнде.

 Ғүмер юлынан 55 йыл бергә атлап, зөбәржәт туйҙарын билдәләүсе Мөнирә һәм Ғәли Ҡунысбаевтар, Хәбирә һәм Әхәт Сәйетбаталовтар; алтын туйҙарын ҡаршылаусы Миңһылыу һәм Рафаил Ҡунысбаевтар; тормош тигән оло юлдан 45 йыл бергә барыусы Хәлиҙә һәм Кәрим Ҡунысбаевтар, Нәзирә һәм Ришат Алламоратовтар “Татыу ғаилә” номинацияһына һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

 Ауылдың йәш ғаиләләре Раушания һәм Навил Ишбаевтар, Зөлфиә һәм Илнур Ҡунысбаевтар, Альбина һәм Айтуған Миңлебаевтар, Гөлгөнә һәм Урал Хөснуллиндар, Гүзәлиә һәм Илшат Сәлихҡоловтар “Өмөтлө татыу ғаилә” номинацияһында билдәләнде. ? Миңлебаева ауылдың иң оло кешеһе булараҡ бүләкләнде. Һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр  ҡорған уңған хужа-хужабикәләргә грамоталар, бүләктәр тапшырылды.

Июнь айының йәмле бер көнөндә тыуған ауылына ҡайтып, туғандары менән күрешеп, осрашыуҙан көс алып таралышты халыҡ.

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас