Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2024, 07:16

Серле тауҙар иле, батырҙар һәм уңғандар ере - Мораҙым

Ожмах утрауына тиң Мораҙым ауылында уҙған ауылдаштар байрамынан да тик яҡты тәьҫораттар ҡалды.  Йәмле төбәктә ҡортсолоҡ, малсылыҡ менән шөғөлләнеп, уның ырыҫын йөҙгә тапҡырлап йәшәүсе уңғандар, яҙмыш һынауҙарына бирешмәйенсә тормош һуҡмағынан ғорур атлаған көслө рухлылар бихисап.

Серле тауҙар иле, батырҙар һәм уңғандар ере - МораҙымСерле тауҙар иле, батырҙар һәм уңғандар ере - Мораҙым
Серле тауҙар иле, батырҙар һәм уңғандар ере - Мораҙым

 Был төбәктең данлы улы, тоғро дуҫыбыҙ – Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары өсөн ике Дан, “Ҡыҙыл йондоҙ” ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Ғаләм Ҡотлогилдинды һәр саҡ һағынып иҫләп алабыҙ. Утлы Афған ерендә күрһәткән батырлығы өсөн  “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнгән, әлеге ваҡытта атай нигеҙен һыуытмайынса, ғәзиз балаларына һәм тыуып үҫкән төйәгенә терәк булып йәшәүсе Хәлит Ҡотлогилдинды сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ. Илебеҙ өсөн шәһит киткән яңы дәүер батыры – Әнүәрҙең яҡты исемен мәңге йөрәктә һаҡларбыҙ, мәрхүм яугирҙең ныҡ рухлы, сабыр йөрәкле ата-әсәһе Фирҙәүес менән Рамаҙан Ҡотлогилдиндар алдында баш эйәбеҙ. Хәҙер инде ике йыл махсус хәрби операцияла булған, еребеҙ именлеге һағында ҡыйыу торған Гөлсиә менән Илфат Ҡотлогилдиндарҙың өлкән улдарына имен-аман юлдар теләйбеҙ.

 Ауылдың күркәм ғаиләләре, уңғандары хаҡында яҙмабыҙҙы баҫмабыҙҙың бөгөнгө һанынан уҡырға мөмкин.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас