Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2024, 08:50

Ауылдары күркәм, табындары мул, кәйефтәре көр!

Юлдыбай ауыл биләмәһе көнө сиктәрендә уҙғарылған "Ауыл көнө" Яңы Хвалында ла шаулап-гөрләп уҙып китте. Был төбәктең уңғандары ла туғандары, дуҫтары, яҡташтары менән осрашыуға ныҡлы әҙерләнгән: йорт-ихаталары гөл кеүек, табындары мул, кәйефтәре көр. Матур, етеш йәшәй хвалындар, ауыл буйлап үткәндә халыҡтың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүенә тағы ла бер ҡат инандыҡ.

Ауылдары күркәм, табындары мул, кәйефтәре көр!Ауылдары күркәм, табындары мул, кәйефтәре көр!
Ауылдары күркәм, табындары мул, кәйефтәре көр!

Иң тәү башлап ҡунаҡтарҙы Розалия менән Хәбир Ҡотлогилдиндар ҡаршы алды, улар күршеләре Әлфиә Сөләймәнова менән бергәләп һый-ниғмәт тулы өҫтәл ултыртҡан. Уларҙың күргәҙмәһен балаҫ оҫтаһы Әлфиә Сөләймәнованың балаҫтары биҙәне.

 74 йәшлек Миңлегөл инәй Вәлидоваға күҙҙәр генә теймәһен, йәш сағынан шәл оҫтаһы булараҡ танылған инәй өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай - йөнөн тетеп, иләп, махсус хәрби операция зонаһындағы егеттәргә ойоҡбаштар бәйләй.

 Фәйрүзә менән Ғәфүрйән Рафиҡовтарҙың йорт-ихатаһы ла әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора, шулай булмай ни, Ғәфүрйән ағайҙың ҡулында гармун ғына түгел, балта, бысҡы ла уйнап ҡына тора. Ул ағастан өҫтәлдәр, ултырғыстар, тимерҙән семәрләп ҡапҡалар эшләй. Ғәфүрйән ағайҙың әйберҙәре районда ғына үгел, республикала ла ҙур ихтыяж менән файҙалана.

 Ут күршеләр - үҙҙәренең 40 йылдан ашыу ғүмерен мәғариф өлкәһенә арнаған Лилиә менән Рим Мәүлетовтар, ауылдың бер йәмәғәт эшенән ситтә ҡалмаған Сәит Исмәғилев, ауыл әүҙемдәре Гөлсәсәк һәм Радик Казбаковтар, Разия Әбүбәкировалар ҡунаҡсыллыҡ менән айырылып торҙо.

 Сәлиә һәм Виктор Кузьмичевтар ҙа ауылдың матур ғаиләләренә хас булғанса гөрләтеп донъя көтәләр, уларҙың бай табынында ла үҙ ҡулдары менән бешерелгән тәмле-татлы ғына ризыҡтар урын алған.

Зилә һәм Ильяс Зиннәтуллиндар ҙа матур табын ҡорған. Тырышлыҡтары ҡанында булған хужалар ҙа үҙҙәренә генә хас сәм һәм ғәм менән матур итеп донъя көтә.

 Әмирхановтар ҙа ауылда уңған ғаилә булараҡ танылған. Тәнзилә апайҙың өҫтәле тик һөт ризыҡтарынан ғына тора ине. Ә аҡты эшкәртеү тик уңғандарға хас.  

 Йәнә бер күркәм ғаилә - Фәрҙиә менән Ирек Аралбаевтарһыҙ ауылды күҙ алдына килтереп булмай. Ирек ағай ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған, тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнгән алдынғы механизатор ҙа.

  Надежда Рафиҡованың өҫтәле лә һый-ниғмәттән һығылып тора ине, ул бер үҙе 5 малай тәрбиәләй.

 Ике бала үҫтергән Асия менән Фәнил Хисамовтарҙың татыу ғаиләһе күптәргә үрнәк булырлыҡ, ғаилә башлығы урындағы хужалыҡта, юл төҙөү-ремонтлау идаралығында инженер, мастер булып эшләһә, Асия апай - ауыл хакимиәтенең алмаштырғыһыҙ эштәргә идара итеүсеһе була.

 Сәлиә Намаҙғолова йәш сағында ҡалала йәшәһә лә, хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнә, уңған хужабикә станокта балаҫ та һуға.

 Мәҙинә Псәнчина күршеләре – Римма Хәлилова, Елена Спирина менән бай табынлы өҫтәл ҡороп, ҡурай тартып, ҡунаҡтарҙы йырлап ҡаршы алдылар. Оҙаҡ йылдар ошо ауыл биләмәһен етәкләгән Әҡсән ағайҙы, был күркәм ғаиләне белмәгән кеше һирәктер. Дин юлында булған, ауылдаштарына иман нурҙары таратҡан Римма апайҙы ауылдың ағинәйе тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Урындағы мәсетте тергеҙеүҙә уның да өлөшө бар.

 Ренара һәм Рәсүл Мәғизовтар ауылдың уңға ғаиләләренең береһе, һәр нәмәгә оҫта Рәсүл ағайҙың ситәндән үрелгән кәрзиндәре үҙе бер йәм, бер биҙәк.

 Ауыл ҡотон һаҡлаусы ғаиләләрҙең береһе Флүзә һәм Наил Сәлиховтарҙың күргәҙмәһе: Наил ағайҙың ағастан семәрләп эшләгән ултырғыс, кресло, сәскә һауыттары, мәсет макеты, ҡыҙҙарының сәскә гөлләмәләре барыһын да таң ҡалдырҙы.

 Рәфиә һәм Мансур Йәғәфәровтар был яҡтарға 10 йыл тирәһе элек ҡайтып төпләнгәндәр һәм ауылдың буш ятҡан бер яғын ожмах мөйөшөнә әйләндергәндәр. Ышанмаһығыҙ, үҙегеҙ килеп күрегеҙ. Мөһабәт йорт,  зауыҡлы итеп биҙәлгән ихата. Был тиклем матурлыҡты тыуҙырырға, уны йылдың-йылы ошо торошта тоторға күпме көс, дәрт-дарман кәрәк. Хвалынға ғына түгел, тоташ районға үрнәк булырлыҡ донъялар ҡорған егәрле, уңған хужаларға афарин!

 Һәр саҡтағыса тырыштарға, әүҙемдәргә, матур өлгөлө ғаиләләргә ихтирам-хөрмәт күрһәтелде, бүләктәр тапшырылды. Ғүмер ебен 66 йыл(!) бергә һүтеүсе Тәнзилә һәм Әхмәт Иҙрисовтар, 50 йыл бергә ғүмер кисереүсе Фәрҙиә һәм Ирек Аралбаевтар, 45 йыл бергә йәшәүсе Гөлсәсәк һәм Радик Казбаковтар, Сажиҙә һәм Дамир Байғазаковтар, Галина һәм Вәғиз Һөйөндөковтар, Гөлсөм һәм Шамил Суҡбаевтар бүләкләнде. Анна Артемьева ауылдың иң өлкә кешеһе булараҡ билдәләнһә, иң йәш граждан – Иҙел Кәримов та бүләк алып ҡыуанды. Ғәфүрйән Рафиҡов, Лилиә Мәүлетовалар – “Алтын ҡулдар” номинацияһында еңеп сыҡһа, Флүзә һәм Наил Сәлиховтар “Һөнәрле ғаилә” булып танылды. 75 йәшлек юбилейын ҡаршылаусы Римма Хәлилова, 70 йәштәренә аяҡ баҫыусы Кәбир Яҡупов, Әлфиә Шиһапова, Рәсимә Ҡунысбаеваларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
 Туғандарҙы бергә туплаған, дуҫтарҙы осраштырған, барыһын да күрештергән, һөйөндөргән байрам бер тынала үтеп китте. Ә осрашыуҙан алған кәйеф, рух берлеге халыҡтың күңелен бик оҙаҡ йылытыр әле!

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас