Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
14 Июнь 2024, 07:40

Ауыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәм

Тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡан атай йортонан да ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш еле кешене ҡайҙа ғына ташлаһа ла, йөрөгән юлдары ҡайҙа ғына илтһә лә, уның өсөн тыуған ауылы, ғәзит төйәге, тәү башлап тәпәй баҫҡан ере иң яҡыны булып ҡала. Йәй - ҡыҙыу эш мәле булһа ла, халҡыбыҙ эшкә лә, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт таба. 8 июндә изге Әүлиәтауға һыйынып ҡына ултырған йәмле Төпсән ауылы ла ауылдаштарын оло байрамға йыйҙы. Төпсәндәр ҙур сараға дәррәү әҙерләнгән - йорт-ихаталарын төҙөкләндергән, яңыртылмаған ҡапҡа, буялмаған ҡойма ҡалмаған. Туғандарҙың бер йыйынып күмәкләп ҡайтыуы ла уларҙың һәр эшкә, һәр башланғысҡа берҙәм тотоноуы тураһында һөйләй. Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, алсаҡ йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы алып, үҙҙәре, йәшәгән йәмле ерҙәре менән таныштырҙылар.

Ауыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәмАуыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәм
Ауыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәм

Ауыл байрамын оста йәшәүсе Сәмиға Ғиниәт ҡыҙы Айытҡолованың татыу ғаиләһе асып ебәрҙе. Ғүмере буйы совхозда һауынсы, сөгөлдөр утаусы булып эшләгән Сәмиға апай йортона байрам уңайынан балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ҡайтҡан. Инәй тормош юлдашы Яхъя ағай (ул мәрхүм инде) 50 йылдан ашыу ошо төбәккә йән өрөп донъя көткәндәр, береһенән-береһе уңған 5 бала үҫтергәндәр. Тормош иптәше мәрхүм булып, яңғыҙы йәшәүенә ҡарамаҫтан, Сәмиға апай йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә.

 Мәрзиә менән Ришат Айытҡоловтарҙың балалары байрам уңайынан тыуған йорттарына йыйылып, матур табын ҡорғандар. Мәрзиә инәй ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән, Ришат бабай һөнәре буйынса тракторсы булған.  Матур итеп донъя көткән Айытҡоловар балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән, улар төрлө өлкәлә уңышлы эшләп йөрөй. Улдары Руслан ата-әсә нигеҙендә йәшәй, бер үҙе ике бала тәрбиәләй.

 Фәнүзә менән Илшат Зыянбәтовтар, Әнисә менән Илшат Айытҡоловтар, Шәүҡәт Ибраһимов һәм уның балалары бергәләп бик матур табын ҡорғандар.

 Ауылдың тотҡаһы, терәге, уты ла ҡото ла буған Фәнүзә менән Илшат Зыянбәтовтарҙың ауылға килеп төпләнеүенә улай уҡ күп ваҡыт үтмәһә лә, улар күптән үҙ кешеләргә, ауылдың тотҡаһына әйләнгәндәр. Бер саранан – өмә булһынмы, байрам үткәрергә кәрәкме - һәр саҡ ярҙам ҡулын һуҙып, дөйөм эшкә ҡушылырға әҙерҙәр.  

 Әнисә менән Хәсән Айытҡоловтар ҙа ауылдың татыу һәм күркәм ғаиләләренең береһе. Оҙаҡ йылдар почтала эшләүсе Әнисә апай - беҙҙең уң улыбыҙ, көнөнә нисәмә саҡрымдар үтеп, гәзит-журналды үҙ ауылына ғына түгел, күрше Юлдыбайға ла тарата. Хәсән ағай һөнәре буйынса водитель. Ә йылдың-йылы ихатаһын гөл баҡсаһы итеп тотҡан егәрле һәм уңған хужаларға афариндан башҡа нимә әйтәһең.

 90-ды уҙған тыл втераны Шәүҡәт олатай Ибраһимов та лайыҡлы ғүмер юлы үткән, тормош иптәше менән шаулатып-гөрләтеп донъялар көткән, матур һәм тәрбиәле балалар үҫтергән. Олатай хәҙер үҙе уларҙың изгелеген күрә. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләүсе, күркәм донъялар ҡороп, матур итеп йәшәүсе ул һәм ҡыҙҙары олатайҙың бер үҙен ҡалдырмай. 

 Һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан  Мәғиә Иҙрисова ла балалары, туғандары менән ҡунаҡтарҙы гармун уйнап, йырлап ҡаршы алды. Мәғиә инәй менән Әхтәм ағай ҙа (ул мәрхүм инде) Төпсәндең өлгөлө ғаиләләренең береһе була, уңған ғаилә алты бала үҫтерә.

 Ауылдың уңған ғаиләләренең береһе - Миңзәлә менән Ғәйфулла Хәкимовтар кәртә тултырып мал аҫрай, уларҙың һарайында 12 баш тирәһе эре мал иҫәпләнә. Буш ваҡыттарында Ғәйфулла ағай дарыу үләндәре йыя.

 Ауылдың киләсәге Линария менән Венер Фәизовтар кеүек йәш ғаиләләргә бәйле. Уларҙың күркәм ғаиләһендә 5 бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләһә, Линария йорт усағын, балаларын тәрбиәләүсе уңған хужабикә. Ул төп һөнәре буйынса социаль хеҙмәткәр, әле декрет ялында.

 Заманында гөрләтеп донъя көткән Кәримә менән Мөхәмәт Ишдәүләтовтарҙың йорто бер ҙә етемһерәп тормай, улдары Радик менән Эльвира уны даими тәрбиәләп тора. “Буш торған өй кеүек тә түгел, ҡыш булһа, мейесен дә яғып торалар, Радик ағ көн һайын килеп урай”, ти ауылдаштары.  

 Зөмәрә (Нәбирә) Айытҡолованың күргәҙмәләренә һоҡланмаған кеше булды микән?! Элекке открыткалар, хәҙер ҡомартҡы урынына ҡалған хаттар, артистарҙың элекке фотолары – заман алмаштырыусы машинаға ултырып совет осорона ҡайтып килгән кеүек булдыҡ. Әсәһенең теген машинаһы, күбек май бешеү өсөн 70-се йылдарҙа алынған ҡулайлама һәм башҡа борон тотонған әйберҙәрҙең барыһын да Зөмәрә апай ҡәҙерләп һаҡлай. Изге күңелле, ипле апай үҙе кеүек аҡыллы һәм тәртипле балалар үҫтергән.  

 Рәйлә менән Рәфис Хәсәновтар ҙа Төпсән ауылына йән өрөп йәшәүсе күркәм ғаиләләрҙең береһе. Улар икеһе лә тәүҙә совхозда эшләйҙәр, мал ҡарайҙар. Совхоздар тарҡалғас, Рәйлә апай социаль хеҙмәткәр булып китә, мохтаждарҙы үҙ ярҙамынан ҡалдырмай. Улар 6 балаға ғүмер бүләк иткәндәр һәм һәр береһенә матур тәрбиә биргәндәр. Улдарының әлеге мәлдә махсус хәрби операцияла иленә тоғро хеҙмәт итеүе уларҙың балаларын илһөйәр итеп үҫтереүе хаҡында һөйләй.

 Һәр йорт ҡунаҡтарҙы йыр-моң, мул табын менән ҡаршыланы. Һәр ерҙә ҡул эштәренән, боронғо әйберҙәрҙән торған күргәҙмәләр менән танышырға мөмкин булды, ололар йәштәрҙе халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәре менән таныштырҙы, милли аш-һыу тәҡдим итте.

 Шулай ҙа сараның иң тулҡынландырғыс мәле конкурстарҙа еңеүселәрҙе билдәләү булғандыр, сөнки һәр ғаилә осрашыуға етди әҙерләнгән, ҙур сәм һәм дәрт менән һәр эште атҡарып сыҡҡан.

 Шулай итеп, тыл ветераны Шәүҡәт Ибраһимов ауылдың иң оло кешеһе тип танылды, ауылдың иң йәш кешеләре -  Иҙрисов Камил менән Фәизов Линар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы.

 Рәйлә менән Рәфис Хәсәновтар, Фәнилә менән Миҙхәт Айытҡоловтар “Татыу ғаилә” номинацияһына лайыҡ булды. Руслан Айытҡолов “Иң хәстәрлекле атай” булараҡ билдәләнһә, Флүрә Айытҡолова ғүмер байрамы уңайынан иҫтәлекле бүләккә лайыҡ булды.

 Өҫтәлдәр ҡороп ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарын һыйлаған хужа-хужабикәләргә лә матур бүләктәр тапшырылды. 

 Илебеҙҙең төрлө тарафтарына һибелгән ырыуҙаштарын, балаларын барланы төпсәндәр. Бер-беребеҙҙең хәлен белеп, ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙып, татыу һәм берҙәм йәшәгәндә генә бар һәм бай булырбыҙ. Ә ошо хәҡиҡәтте аңлап, һәр нәмәлә - эштә лә, ялда ла берҙәм һәм татыу төпсәндәргә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Розалия ИСҠУЖИНА.

Автор фотолары.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас