Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
13 Июнь 2024, 09:39

"Юбилей" ер аҫты руднигында хеҙмәткәр һәләк булған

"Башҡорт баҡыры" йәмғиәтенең Юбилейный ер аҫты руднигында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 39 йәшлек рудник хеҙмәткәре һәләк булған хәлде Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә фажиғәле осраҡты тикшереүгә тотонған. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 10 июндә төнгө сменала дистанцион идара итеү шахта машинаһын ҡулланып мәғдәнде тейәп оҙатыу эштәрен башҡарғанда уның водителен сүмес менән ҡаҙып алыу бортына батырғандар. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәрҙән вафат булған.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәйбулла районындағы сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәткәр һәләк булған тәүге осраҡ түгел был. Апрель айында ошо уҡ сәнәғәт предприятиеһында геолог һәләк булғайны."Башҡортостан"

"Юбилей" ер аҫты руднигында хеҙмәткәр һәләк булған"Юбилей" ер аҫты руднигында хеҙмәткәр һәләк булған
"Юбилей" ер аҫты руднигында хеҙмәткәр һәләк булған

"Башҡорт баҡыры" йәмғиәтенең Юбилейный ер аҫты руднигында бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. 39 йәшлек рудник хеҙмәткәре һәләк булған хәлде Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә фажиғәле осраҡты тикшереүгә тотонған. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 10 июндә төнгө сменала дистанцион идара итеү шахта машинаһын ҡулланып мәғдәнде тейәп оҙатыу эштәрен башҡарғанда уның водителен сүмес менән ҡаҙып алыу бортына батырғандар. Зыян күреүсе алған йәрәхәттәрҙән вафат булған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәйбулла районындағы сәнәғәт предприятиеларында хеҙмәткәр һәләк булған тәүге осраҡ түгел был. Апрель айында ошо уҡ сәнәғәт предприятиеһында геолог һәләк булғайны.

"Башҡортостан"

Автор:
Читайте нас