Баҫмабыҙҙың үткән һанында донъя күргән яҙмабыҙ геройҙары – “Абдулла” позывнойлы яугирыбыҙҙы ғына алайыҡ, уның өлгөһөндә генә лә Ибраһим ауылы ир-аҫылдарының рух ныҡлығын, саялығын, ә баҫҡан еренән ут сығарған Алик Абдуллин миҫалында – ағас эшенә оҫталығын, бөтмөрлөгөн асыҡ тоҫмалларға мөмкин. Күп яҡлы талант эйәһе Исмәғил Ғилманов, өмөтбайҙарҙың рухи терәк-таянысы булған мәҙәни ойоштороусы Фәниә Нарбикованың да тамырҙары ошонан. Байрам сараһының да тирә-яҡҡа хәҙер киң билдәле Әхтәм шишмәһенән башланып китеүе лә юҡҡа түгел. Ата-бабалары төбәгенә, улар бесән сабып, көтөү көткән уйһыл ергә, һыуын эсеп йән сихәте алған шишмә яҙмышына битараф ҡала алмаусы Миһран Әхтәм улы Абдуллиндың изге башланғысы нигеҙендә шишмәнең тирә-яғы төҙөкләндерелгән, серле бер тәбиғәт мөйөшөнә, ял урынына әүерелгән. Район үҙәгенән килгән ҡунаҡтарҙы ла яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, шифалы шишмә һыуынан ауыҙ иттерҙе, артабан мул һыйлы табындарына әйҙүкләне өмөтбайҙар.
Ауыл байрамы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың был йома һанында уҡырға мөмкин.