Мораҙым
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Июнь , 08:58

Матбуғат

Республиканың ҡала һәм райондарында ике йөҙгә яҡын гәзит-журнал сыға. Төбәк баҫмаларын бушҡа мәғлүмәт сығанағы тип атамайҙар. Гәзит - фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу ысулы, власть менән халыҡ араһындағы мәғлүмәти бәйләнеш булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙа матбуғат торғонлоҡ кисерә. Был торғонлоҡ һүҙ көсөнә лә, гәзит-журнал тиражына ла берҙәй ҡағыла. Уның кәмеүенең төрлө сәбәптәре бар. Тәүге сәбәп, нимә генә тимә, иҡтисади көрсөк, йәғни, халыҡтың аҡсаһыҙлығына, ҡиммәтселеккә барып төртөлә. Былай әллә ни ярлы заманда ла йәшәмәйбеҙ: өҫтөбөҙ бөтөн, тамаҡ та туҡ, һәр кемебеҙ машинала елдерә, шулай уҡ сит илгә, көнъяҡҡа, диңгеҙ буйына ял итергә лә йөрөйбөҙ, ҡунағын да саҡырып торабыҙ... Әммә гәзит-журнал өсөн күп тигәндә мең һум аҡсаны сығарып һалыуҙы ҙур сығым, йә бушҡа аҡса түгеү итеп ҡарайбыҙ. Әлбиттә, бөтәһен дә бер бизмәнгә һалып үлсәү ғәҙел булмаҫ. Арабыҙҙа башҡа нәмәгә аҡсаһын ҡыҫһа ҡыҫа, әммә матбуғатҡа мотлаҡ яҙылған тоғро дуҫтарыбыҙ бар. 

 
Матбуғат
Матбуғат
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: