+28 °С
Болотло
Уттай ҡыҙыу эш осоро булыуына ҡарамаҫтан, ауыл уңғандары байрам хөрмәтенә ныҡлы әҙерләнгән - табындары милли ризыҡтарҙан һығылып торҙо, йорт-ихаталары төҙөклөгө менән иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡунаҡтарҙы ла йыр-моң, алсаҡ йөҙ менән ҡаршы алып, ихлас оҙатып ҡалды һатлыҡтар.
Байрамдан һуң ауылға тағы ла йәм һәм йән бөркөлгәндәй булды. Артабан да һатлыҡ ауылы халҡына шулай татыу, берҙәм һәм егәрле булып, тормош күгендә балҡып йәшәүен теләге килә.