Биләмә башлығы Илдар Килсенбаев ғүмерҙәре намыҫлы хеҙмәттә үткән өлкәндәрҙе лә, тыуып үҫкән төбәгенә ерегеп әлеге ваҡытта уның ырыҫын арттырып йәшәүсе уңғандарҙы ла, ауыл әүҙемдәрен дә тәбрикләп бүләкләп үтте. Байрамға берҙәм әҙерлек күрһәткән ыуарыларға, Һырт шишмәһен төҙөкләндереү буйынса изге эште атҡарған Рөстәм Исхаҡов, Мансур Йәғәфәров, Урал Абдуллиндарға оло рәхмәтен еткерҙе.
“Ҡыҙыл мәсет” төркөмөнөң моңло йырҙары, ауыл һәүәҫкәрҙәренең дәртле сығыштары байрам сараһын тағы ла йәмләне.