Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2024, 19:08

Ауыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәм

Тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡан атай йортонан да ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш шулай, төрлө ерҙәргә таралып йәшәргә тура килә, әммә тыуған йорт барыбер иң ҡәҙерлеһе булып ҡала килә. Йәй - ҡыҙыу эш мәле була ла, халҡыбыҙ эшкә лә, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт таба. 8 июндә изге Әүлиәтауға һыйынып ҡына ултырған йәмле Төпсән ауылы ла ауылдаштарын оло байрамға йыйҙы. Төпсәндәр ҙур сараға дәррәү әҙерләнгән - йорт-ихаталарҙың төҙөк булыуы, туғандарҙың, ҡунаҡтарҙың күмәкләп ҡайтыуы уларҙың һәр эшкә, һәр башланғысҡа берҙәм тотоноуы тураһында һөйләй.   Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, алсаҡ йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы алып, үҙҙәре, йәшәгән йәмле ерҙәре менән таныштырҙылар.    Һәр нәмәлә - эштә лә, ялда ла берҙәм һәм татыу төпсәндәргә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Ауыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәмАуыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәм
Ауыл - күркәм, халҡы - тырыш, берҙәм

Тыуып үҫеп, тәпәй баҫҡан атай йортонан да ҡәҙерлерәк ер юҡтыр. Яҙмыш шулай, төрлө ерҙәргә таралып йәшәргә тура килә, әммә тыуған йорт барыбер иң ҡәҙерлеһе булып ҡала килә. Йәй - ҡыҙыу эш мәле була ла, халҡыбыҙ эшкә лә, байрам-осрашыуҙарға ла ваҡыт таба. 8 июндә изге Әүлиәтауға һыйынып ҡына ултырған йәмле Төпсән ауылы ла ауылдаштарын оло байрамға йыйҙы. Төпсәндәр ҙур сараға дәррәү әҙерләнгән - йорт-ихаталарҙың төҙөк булыуы, туғандарҙың, ҡунаҡтарҙың күмәкләп ҡайтыуы уларҙың һәр эшкә, һәр башланғысҡа берҙәм тотоноуы тураһында һөйләй.  

Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп, алсаҡ йөҙ, ихлас күңел менән ҡаршы алып, үҙҙәре, йәшәгән йәмле ерҙәре менән таныштырҙылар.  

 Һәр нәмәлә - эштә лә, ялда ла берҙәм һәм татыу төпсәндәргә артабан да уңыштар юлдаш булһын!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас