Юлдыбай ауыл биләмәһе көнө сиктәрендә уҙғарылған "Ауыл көнө" Яңы Хвалында ла шаулап-гөрләп уҙып китте. Был төбәктең уңғандары ла туғандары, дуҫтары, яҡташтары менән осрашыуға ныҡлы әҙерләнгән: йорт-ихаталары гөл кеүек, табындары мул, кәйефтәре көр. Матур, етеш йәшәй хвалындар, ауыл буйлап үткәндә лә халыҡтың сәмләнеп, дәртләнеп донъя көтөүенә тағы ла бер ҡат инандыҡ.
Һәр саҡтағыса тырыштарға, әүҙемдәргә, матур өлгөлө ғаиләләргә ихтирам-хөрмәт күрһәтелде, бүләктәр тапшырылды. Мәҙәниәт эшсәндәре һәм һәүәҫкәр артистарҙың сығышы байрамға йән өрҙө.
Байрам бер тынала үтеп китте ,ә осрашыуҙан алған кәйеф, рух берлеге халыҡтың күңелен бик оҙаҡ йылытыр әле. Ә Яңы Хвалын артабан дашулай гөрләп торһон!