Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
6 Июнь 2024, 04:30

Батыр яугирҙың матур ғаиләһе – рухи ҡәлғәһе

 Шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы ла, көйөнөстәрҙе лә уртаҡ итергә ғәҙәтләнгән өмөтбайҙар. Махсус хәрби операцияла ҡаты яраланып бер-нисә ай госпиталдә дауаланған сая рухлы ауылдаштарын – Ғәзиз Абдуллиндың да ҡайтҡанын дүрт күҙ менән көтөп алып, яңыраҡ ҡына бергә-бергә аҡ теләктәр теләп, хәйер-фатиха биреп кире оло юлға оҙатты улар.

Батыр яугирҙың матур ғаиләһе – рухи ҡәлғәһеБатыр яугирҙың матур ғаиләһе – рухи ҡәлғәһе
Батыр яугирҙың матур ғаиләһе – рухи ҡәлғәһе

- Ураҙаға ингән көндө тормош иптәшемә “имен йөрөһөн” тип бар ауыл менән бер теләктә яндыҡ, ҡат-ҡат доғалар ҡылдыҡ... Ҡаты яраланып та иҫән ҡалыуына шул берҙәм теләк теләүҙәр ярҙам иткәндер, һис шикһеҙ, шуға күрә лә ауылдаштарыма бик рәхмәтлемен, - ти ҡурҡыу белмәҫ ир аҫылының хәләл ефете Ләлә Ишбулат ҡыҙы.

 Ләлә менән Ғәзиз Абдуллиндарҙың ярһыу йәшлек яҙҙарында ҡауышып, ғүмер йомғағын бергә-бергә татыулыҡта һәм мөхәббәт-наҙҙа һүтеүҙәренә хәҙер 33 йыл тулған. Улар икеһе лә төптән Ибраһим ауылынан. Бер үк мәктәп һуҡмағын тапап, бер үк шишмә һыуын эсеп буй еткереп бер-береһен иш иткән матур пар тыуып үҫкән төйәктәренә ғүмерлеккә ерегә, өс бала үҫтереп, ауыл уттарын һүндермәҫкә тырышып гөрләтеп донъя көтә.

 Ләлә Ишбулат ҡыҙы 1970 йылдың аҡ миҙгелендә яҡты донъяға килә. Биш балаға ғүмер бүләк иткән ата-әсәһенең ғүмере тынғыһыҙ совхоз эшендә үтә. Атаһы Ишбулат Ишмөхәмәт улының исеме алдынғы механизатор, тракторсы булараҡ ауылдаштары хәтеренә уйылған, ҡартаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булып Украина яғында ерләнеп ҡалған. Тамырҙары менән Мораҙым ауылынан булған әсәһе Ташбулатова Фатима Шакирйән ҡыҙы фермала тәүҙәрәк һауынсы булып эшләй, артабан сөгөлдөр утап, башҡа совхоз эштәренән дә ситтә ҡалмай. Ләләгә әсәһенә ярҙамлашып сөгөлдөр утарға ла тура килә, һыйырын да һауып бәләкәстән ауыл эшенә өйрәнеп буй еткерә ул. Мораҡ 2-се урта мәктәбендә (хәҙерге М.Рәхимов исемендәге Башҡорт гимназияһы) уҡыған мәлендә саңғы ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Ҡулына өлгөргөнлек аттестатын алғас, Мәләүез ҡалаһының 42 – се һөнәрселек училищеһында иҫәпләү техникаһы операторы һөнәрен үҙләштерә. Йәш белгес “Искра” совхозына секретарь-машинист булараҡ эшкә сыға. 1991 йылда һөйгән йәре менән ҡауышып, туйҙар гөрләтә йәштәр.

 Ауылдашы, ғүмерлек йәре – Ғәзиз Хәйҙәр улы менән уларҙың мөхәббәт тарихы боронғоса, матур совет фильмдарындағыса үрелә. Үҫмерҙәр мәктәп буҫағаһынан уҡ татыу була, эскерһеҙ дуҫлыҡ хистәре тора-бара оло мөхәббәткә әүерелә. Ләлә һөйөклөһөн армияға оҙатып ҡалып, йылы хаттар яҙып уны өҙөлөп көтөп ала. Ғәзиз ике йыл (1989 – 1990) Ватан алдындағы изге бурысын   Венгрияла ракета ғәскәрҙәрендә ҙур намыҫ менән үтәп ҡайтып, бер йылдан һылыу ҡыҙға тәҡдим эшләй.

 

 Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән-имен ҡайтып колхозды, ауылды тергеҙеүгә үҙ өлөшөн тос индергән Хәйҙәр Баймөхәмәт улы менән Ғәлиә Шәһимәрҙән ҡыҙының ишле ғаиләһендә иң кесеһе булһа ла, Ғәзиз дә бәләкәстән эшкә, тормошҡа әрһеҙ булып үҫә. Ҡораллы Көстәр сафына баҫҡансы уҡ военкомат аша уҡып водитель һөнәрен үҙләштерә. Армиянан һуң совхоз фермаһында эш башлай, яңы килен булып төшкән кәләше лә шунда һауынсы булып эшкә сыға. Совхоздар тарҡалғас та таһыллы, ныҡ елкәле ир аҫылы төшөнкөлөккә бирелмәй, 15 йыл “Үркәс” урман хужалығы сәнәғәте пилорамаһында бил бөгә, уныһы ябылғас алты йыл Когалымға вахта менән йөрөп эшләй. Ә Ләлә Ишбулат ҡыҙы ферма бөткәс, Өмөтбай ауылы мәктәбенә иҙән йыуыусы булып эшкә сыға. Колхоз-совхоздар бөлгән аҡсаһыҙлыҡ осоронда Абдуллиндар күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрап өс тағандай өс балаһы өсөн бар ыңғай шарттар тыуҙыра. Тырышлыҡтары, хәләл көстәре менән яйлап  атай йортон, атай нигеҙен дә өр-яңынан матурлап, донъяларын гөл итеүгә ирешә.

 Ил сиктәрендә тыныслыҡ юғалып, махсус хәрби операция башланғас, тынғыһыҙ йәнле Ғәзиз Хәйҙәр улының күңеленә “Донъям еткән хәҙер... Исмаһам, унда минең кәрәгем сығыр, йәштәргә терәк булырмын” тигәнерәк уйҙар инеп оялай. Ағымдағы йылдың февралендә тәүәккәлләп, контракт төҙөй. Ай ярымдан ул хеҙмәт иткән 30 – сы мотоуҡсылар бригадаһына ҡаршы дошмандар аяуһыҙ ут аса. Яҡташыбыҙ бихисап тән яралары алып, яралы килеш беҙҙекеләр яғына шыуышып, ҙур мөғжизә менән үлем тырнағынан ҡотола. Тәүҙә Луганскта, Ростовта, артабан Ырымбур ҡалаһында госпиталдә дауаланып ағына баҫа... Тыуып үҫкән ауылына бик ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып урап, һағыныу һағыштарын да баҫып өлгөрмәйенсә кире махсус хәрби операцияға юллана.

- Берүк иҫән-имен йөрөһөн, яҡшы хәбәрҙәре генә килһен! – өс баланың изгелекле әсәһе, көслө рухлы батырҙың ҡатыны Ләлә Ишбулат ҡыҙының бар теләгәне бөгөн шул.

 Тормош юлдашы, йән киҫәге йәнә лә хәрби часына юл тотҡанда “әсәй” тип өҙөлөп торған өс балаһы, йәйгә сыҡҡас йорттарына йәм бөркөүсе шат йөҙлө бер ейән һәм бер ейәнсәре – төп күңел йыуанысы, яҡын серҙәше.

 

 Эйе, Абдуллиндарҙың балалары хәҙер күптән буй еткереп, изгелекле ата-әсәнең үҙҙәренә рухи терәк булып тора. Иң өлкәне – Лиана Башҡорт дәүләт медицина университеты янындағы училищела шәфҡәт туташы һөнәрен үҙләштерә. Өфө егете Артур Илдар улы менән яҙмышын бәйләгәс, йәштәр Ибраһим ауылын төйәк итә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп Мораҙым ауылында сауҙа нөктәһе аса. Матур пар бер ул үҫтерә, икенсегә сабый көтә. Уртансыһы – Ләйсән, 1997 – се йылғы, Салауат педагогия колледжында белем алып, шул ҡалала төпләнгән. Ул хәҙер 5 йәшлек Наҙгөлдөң хәстәрлекле әсәһе. Өсөнсөһө, һөйөклө кинйәләре – Айнур Мәләүез күп профилле колледжында электромонтер – водитель һөнәрҙәрен үҙләштергән, әлеге ваҡытта әрме сафына баҫырға йыйына.

 Тауыҡ сүпләһә лә сүпләп бөткөһөҙ ауыл эше лә йөрәгенең әрнеү-ғазаптарын баҫа. Тилбер ҡуллы уңған хужабикә ике һыйыр һауып яҡындарын майы-ҡоротонан өҙмәй. Сабыйҙарҙы милли ризыҡтар менән һыйлап – наҙлап тора. Икмәкте лә магазиндан һатып алмай, боронғоса – сөпрә менән үҙе һала, аласыҡта аҡ мейесе донъяларына паклыҡ бөркөп торғандай. Ҡул эштәренә лә оҫта, сәскә үҫтерергә ярата. Әсәһенең шөғөлөн үҙ итеп элек шәлен дә бәйләгән. Ауылда уҙған байрам сараларында ҡатнашырға ла әмәлен таба...

 Йөрәгендә йәшәү дәрте дөрләр, донъялары артабан да сәскәләй балҡыр, Ибраһим ауылы урамдарында йәнә тормош гөрләр әле, тик булдыҡлы ғаилә башлығы, Ватанының батыр улы – Ғәзиз Хәйҙәр улы ғына иҫән-имен ҡайтып инеп һөйөклөһөн, яҡындарын, ауылдаштарын ҡыуандырһын, илебеҙгә тыныслыҡ, еребеҙгә именлек ҡайтһын!

 

Напомним, жители Башкирии, желающие подписать контракт с Министерством обороны России, могут задать интересующие их вопросы по единому справочному номеру военного ведомства страны по номеру 117, Ситуационного центра 122 или (347) 218-19-19, а также в офисах МФЦ «Мои документы». Номер пункта отбора (347) 248-29-31.

Глава Башкирии Радий Хабиров подписал указ о единовременной выплате контрактникам специальной военной операции 205 тысяч рублей, сообщало информагентство «Башинформ». Таким образом, при заключении контракта бойцы получат совокупную единовременную выплату в размере 400 тысяч рублей.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас