Фәнилгә таһыллыҡ, киң күңеллелек кеүек күркәм сифаттар әсәһе - Педагогик хеҙмәт ветераны Фәниә Мөхәмәт ҡыҙынан һәм атаһы – заманында сельпо директоры вазифаһын намыҫлы башҡарған Тәлғәт Зыя улынан бирелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы юл һәләкәтенә осрап, яҡты донъяны бик иртә ҡуя. Ул мәлдә үҫмергә тик 13 йәш була. Өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә кинйә булыуға ҡарамаҫтан, Фәнил үҫмер осоронан әсәһенә ныҡлы терәк, ҙур ярҙамсы булып буй еткерә. Атаһынан үҙһенеп ҡалған баллы шөғөлдө лә ташламай, әлеге ваҡытта ла ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
Мәктәптә уҡыуҙан да, спорттан да алдынғылар рәтендә булған егет Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, 1999 йылдың көҙөндә үҙ теләге менән армия сафына баҫа. Хәрби хеҙмәтен Владивостокта Тымыҡ диңгеҙ ярында элиталы ғәскәрҙәрҙә үтә.
2002-2009 йылдарҙа Волостновка ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән башҡарған уҙаман бөгөн дә әүҙем йәмәғәтсе булып ҡала, һөйөклөһө, матур ғаиләһе менән Ҡалдар ауылы тормошонда ҡайнап, тыуып үҫкән төйәгәнең ныҡлы терәге булып, уның ырыҫын арттырып йәшәй.
Ауыл уңғандары – Йосоповтар тураһында тулыраҡ яҙманы баҫмабыҙҙың 21-се һанынан уҡырға мөмкин.