Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Июнь 2024, 09:53

Намыҫлы эшсән, сая рухлы ир аҫылы ул Артур

 Мораҡ ауылы егете Артур Бикбаев тыштан ғына бик ҡыйыуһыҙ күренә, ә ғәмәлдә - ҡурҡыу белмәҫ, сая рухлы ир аҫылы. Ул ике йыл рәттән ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып Украина яғында булып ҡайтты, Красный Луч ҡалаһында төҙөлөш эштәрен тергеҙеүгә тос өлөш индергәне өсөн “Луганск халыҡ республикаһының рәхмәтле халҡынан” почетлы билдәһе менән бүләкләнде.  Артур Фазылйән улының Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығында электр-газ менән иретеп йәбештереүсе хеҙмәтен намыҫлы башҡарыуына хәҙер ун йыл була.

Намыҫлы эшсән, сая рухлы ир аҫылы ул АртурНамыҫлы эшсән, сая рухлы ир аҫылы ул Артур
Намыҫлы эшсән, сая рухлы ир аҫылы ул Артур

“Алтын ҡуллы оҫта” тиҙәр уның тураһында коллегалары, етәкселәре. Оҫталыҡ уға 25 йыл урындағы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереү буйынса мастер булып эшләп, заманында халыҡ мәнфәғәте өсөн тир түгеүсе күпме белгестәр тәрбиәләп сығарған Фазылйән Вәғиз улынан бирелгән.

Оҫталар улар, ысынлап та, аҙ һүҙле, әммә эшкә ифрат әрһеҙ, сәмле булалар. Яҙмабыҙ геройы Артур Бикбаев та тап шулай. Таһыллығы, оҫталығы менән коллегаларының ихтирамын яулаған Күгәрсен юл төҙөү-ремонтлау идаралығының намыҫлы хеҙмәткәре бер бөртөк сәскәләй ҡыҙы өсөн йән атып тороусы изгелекле атай ҙа.

 Тулыраҡ яҙмабыҙ – баҫманың 22-се һанында.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас