Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Июнь 2024, 09:55

М.Рәхимовтың тыуған ауылында уңған кешеләр йәшәй

Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың тыуған ауылы Тәүәкән республикабыҙҙың иң матур, иң төҙөк ауылдарының береһе булып тора. Уңған, тырыш кешеләр йәшәй бында.

М.Рәхимовтың тыуған ауылында уңған кешеләр йәшәйМ.Рәхимовтың тыуған ауылында уңған кешеләр йәшәй
М.Рәхимовтың тыуған ауылында уңған кешеләр йәшәй

Шундай күркәм ғаиләләрҙең береһе - Дилара һәм Фәнил Ҡаразбаевтар.  

 Әле үҙҙәрен ерҙән башҡа күҙ алдына килтерә алмаһалар ҙа, Ҡаразбаевтар ҡасандыр ҡала кешеләре һаналған:  38 йыл ғүмерҙәре Ырымбур ҡалаһында уҙған.

 Ошо ауылда донъяға килгән, тәпәй баҫҡан, бала саҡ һәм йәшлек йылдарын уҙғарған Фәнил ағай. Атаһы Хисаметдин Ғаяз улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1944 йылда фронтҡа алынып, рус-япон һуғышында ҡатнашҡан, 7 йыл хеҙмәт итеп, тыуған еренә 1951 йылда ғына ҡабат аяҡ баҫҡан. Ҡайтҡас өйләнеп, ҡатыны Хәҙисә Әхмәтғәзиз ҡыҙы менән 6 балаға ғүмер биргән. Беҙҙең геройыбыҙ - шул ул-ҡыҙҙар араһында икенсе бала.   

 

 Фәнил ағайҙың тәүге алған профессияһы - ағас эше оҫтаһы, уның менән генә туҡталмай егет, Стәрлетамаҡ һөнәрселек училищеһында белем алғандан һуң районға ҡайтып, Мораҡта шофер һөнәрен үҙләштерә һәм хеҙмәт юлын башлай.

 Ул йылдарҙа илдә йәштәр ҡатнашлығында ҙур төҙөлөштәр бара, ҙур хыялдар менән янған егет-ҡыҙҙар төрлө тарафтарға ағыла. Фәнил ағай ҙа күрше Татарстан Республикаһына – “КамАЗ” заводы төҙөлөшөнә юллана. Төҙөлөштә 3 йыл эшләгәндән һуң яҙмыш уны Ырымбур ҡалаһына алып китә. Ошо ҡалала ул ғүмерлек мөхәббәтен – Дилара Ғәлиулла ҡыҙын осрата.

Йәштәр 1978 йылда сәстәрен-сәскә бәйләй.

 Фәнил ағай байтаҡ ҡына ваҡыт төҙөлөштә эшләй, аҙаҡ оҙаҡ йылдар шофер булып, “КамАЗ”, “ГАЗ” һәм башҡа йөк машиналарын йөрөтә. Дилара апайҙың хеҙмәт кенәгәһендә иһә бер генә яҙыу: ебәк комбинатында бухгалтер. Үҙ эшен яратып, 36 йыл тир түгә ул.

 Үҙҙәре һымаҡ уңған, эшһөйәр балалар үҫтергән Ҡаразбаевтар. Оло улдары Илһам атаһының кендек ҡаны тамған ауылға иң тәүҙә күсеп ҡайта. Уның кәләше Ләйсән урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, Афзал, Йәмилә, Абдулла исемле өс бала үҫтерәләр.

 Уҡытыусы булып эшләгән Зилиә ҡыҙҙары ла тормош иптәше Ислам менән Тәүәкәндә төпләнгән, улар Иҙел исемле улға ғүмер биргән.

 Медицина юлын һайлаған Фәрит улдары кәләше Гөлназ менән Сибайҙа йәшәй. Улар икеһе лә “Ашығыс ярҙам”да эшләй. Алмаз менән Ғаяз исемле улдары бар.

 Ике балалары ла Тәүәкәнгә ҡайтып төпләнгәс, Фәнил ағай күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға була. 2007 йылда ғаилә тыуған ергә күсеп ҡайта.

Фәнил ағайҙың әсәһе Хәҙисә инәй ҙә 8 йыл улар менән бергә ғүмер кисерә. Уны матурлап ҡарап, 90 йәшендә вафат булғас, ҡәҙерләп тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаталар.

Ошо көндәрҙә етмешен тултырған һәм ярты быуаттан ашыу хеҙмәт стажына эйә булған Фәнил ағай, хаҡлы ялда булһа ла, яратҡан эшенән айырыла алмай: һаман да рулдә - бына инде 17 йыл мәктәп автобусын йөрөтә.

Бик әүҙем кеше ул – ауылда, белем усағында уҙған төрлө сараларҙан ситтә ҡалмай. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арнап эшләнелгән обелискы янында үҫеп ултырған ҡарағай, шыршы ағастарының күбеһен ул ултыртҡан, йәш үҫентеләр матурлап үҫеп китһен, һулымаһын өсөн 2015 йылдан алып һыу һибеп, ҡарап-тәрбиәләп торорға ла ваҡыт таба.

Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА. 

 

 

 

 

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас