Ҡара емеш. Ул иң көслө антиоксидант тип һанала. Көнөнә 3-4 ҡара емеш ашаһағыҙ ҙа, һеҙҙең организм, тимәк, ҡартайыуҙан иң көслө ҡорал менән һаҡланған тигән һүҙ.
Йөҙөм. Уны көнөнә 2 аш ҡалағы булһа ла ашарға кәрәк.
Кәбестә (сей килеш тә ярай, тоҙланған килеш тә). Ул һеҙҙе йәшерәк күрһәтәсәк.
Йәшел сәй – күптән инде матдәләр алмашыныуын яҡшыртыуы менән билдәле.
Ҡыҙыл сөгөлдөр – ҡан составын яҡшырта.
Әфлисун – С витаминына бай.
Баллы борос. Ул да С витаминына бай.
Тары ярмаһы. Был ярманан бешерелгән бутҡаны аҙнаһына 2-3 тапҡыр булһа ла ашарға кәрәк.