Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
27 Май 2024, 03:39

"Ҡәләм һынау" әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды

"Мораҙым" гәзитенең яҡын дуҫы, даими авторыбыҙ Зилә Псәнчина "Ҡәләм һынау" республика әҙәби конкурсында (проза өлкәһендә) икенсе урынға лайыҡ булды. 

Республика милли китапханаһы иғлан иткән конкурста Салауат районынан Нурислам Низаметдинов (башҡорт телендә), Өфөнән Рамаҙан Мусин (рус телендә), Шишмә районынан Лилиә Сәлихова (башҡорт телендә), Саҡмағош районынан Римма Ғәйнанова (рус телендә) еңеүсе итеп иғлан ителде. Бынан тыш, 2-се һәм 3-сө урын яулаусылар билдәләнде: шиғриәт буйынса Өфөнән Айзилә Мортаева һәм Ейәнсура районынан Гөлфиә Ишмөхәмәтова (башҡорт телендә); Стәрлетамаҡтан Андрей Ефремов һәм Өфөнән Валерия Морозова (рус телендә), проза өлкәһендә Күгәрсен районынан Зилә Псәнчина һәм Хәйбулла районынан Гөлназ Назарова (башҡортса); Өфөнән Рөстәм Хәйруллин һәм Ғәлиә Ғәлиева (рус телендә).

"Ҡәләм һынау" әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды
"Ҡәләм һынау" әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас