Ояһында ни күргән – осҡанында шул тигәндәй, Фәнил Йосоповҡа таһыллыҡ, киң күңеллелек кеүек күркәм сифаттар ата-әсәһенән үк бирелгән. Ул Ҡалдар ауылында эшһөйәр һәм татыу ғаиләлә тыуған. Әсәһе Фәниә Мөхәмәт ҡыҙы - педагогик хеҙмәт ветераны. Атаһы Тәлғәт Зыя улы оҙаҡ йылдар сельпо директоры вазифаһын намыҫ менән башҡарған, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған һуғыш осоро балаһы булараҡ, балаларын да үҙаллылыҡҡа, эштән ҡурҡмаҫҡа өйрәтеп үҫтерә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 48 йәшендә юл һәләкәтендә ғүмере ҡыйылып, был яҡты донъяларҙан бик иртә китә.
Ул мәлдә Фәнилгә 13 йәш кенә була. Өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә кинйә булыуына ҡарамаҫтан, шуҡ, ҡыҙыҡһыныусан үҫмер атаһына эйәреп ҡортсолоҡ серҙәренә төшөнөп ҡалырға өлгөрә (артабан баллы шөғөл уға атайҙан ҡалған ҡомартҡыға тиң булып, тормош мәғәнәһенә әүереләсәк әле!). Ҡалдар урта мәктәбендә уҡығанда спортҡа әүәҫлеге менән айырылып тороусы үҫмер белем эстәүҙә лә алдынғылар рәтен тулыландыра. Ысын ир-аттар һөнәрен һайлап, 1994-1999 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының ауыл хужалығын механизациялау факультетында белем ала.
Рухи ҡиммәттәрҙең аҫты-өҫкә килгән осорҙа, хәтерегеҙҙәлер, юғары уҡыу йортон тамамлағандарға “армияға барырғамы – юҡмы” – үҙ теләктәренә ҡарап һайлау мөмкинлеге ҡуйылды. 1999 йылдың көҙөндә Фәнил үҙе ҙур теләк менән әрме сафына баҫа.
- Хәрби хеҙмәтемде Владивостокта Тын диңгеҙ төбәге идаралығында, һәр заманда элиталы һаналған ил һағы ғәскәрҙәрендә үтеүем менән ғорурланам. Әрмелә өйрәнгән “азбука морзе” һаман да хәтерҙә. Владивостокта бергә хеҙмәт иткән иптәштәрем менән әле лә бәйләнеште өҙмәйем. 28 май беҙҙең өсөн әһәмиәтле көн, “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһында торған пограничниктар менән аллеялағы һәйкәлгә сәскә һалырға киләбеҙ. Әткәндәй, пограничниктарға ҡуйылған һәйкәлде беҙ үҙебеҙ берҙәм көс менән эшләтеп ҡуйҙырҙыҡ. Ғөмүмән, хәрби туғанлыҡ – армияла булған ир-егеттәр өсөн иң изге төшөнсә ул, - тип әйтеп алды әңгәмәсем.
Пограничниктың хәрби бурысын намыҫ менән үтәүе хаҡында уның армияла бүләкләнгән “3-сө дәрәжә ил һағы хеҙмәте отличнигы” миҙалы, Маҡтау ҡағыҙы уҡ һөйләп тора. Алтын ҡуллы ауыл малайы булараҡ, Фәнил армияла ла төп хеҙмәтенән тыш эшһеҙ торалмай, тегеһен-быныһын йүнәтеп, штабта ял бүлмәһен ремонтлап аҡса йүнәтергә, әсәһенә аҡсалата ярҙам ебәрергә әмәлен таба.
2001 йылдың көҙөндә әрме сафын тултырып ҡайтҡас, йүнсел егет дуҫы менән Өфө ҡалаһында үҙ эшен асмаҡсы була. Эштәрен яйға һалып килгәндә уны район хакимиәте башлығы Мирхәт Ҡаҙарғолов: “Йәш, инициативалы егеттәр үҙебеҙҙә кәрәк”, - тип районға эшкә саҡырта. Ике лә уйлап тормай, күңеле менән гел тыуған яғына тартылған дәрт-ялҡынлы, сая рухлы Фәнил Тәлғәт улы ризалаша. 2002 – 2009 йылдарҙа Волостновка ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән атҡара. Ул йылдарҙа, ниһайәт, Ҡалдар ауылында иман йорто төҙөлөп бөтә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамдарына берҙәм әҙерләнгәндә йорт-урамдар төҙөкләнеп ҡала, волейбол командаһы төҙөлә, район үҙәгендә гөрләгән смотр-конкурстарҙан биләмә халҡы бер ситтә ҡалмай. Һәр эште биләмә башлығы үҙе ойоштороп ҡына алмай, уның уртаһында ҡайнай, кәрәк икән – һәр нимәгә оҫта ҡулдары менән тос өлөш индерә. Үҙ төбәгенең патриотына бүләккә хаҡлы рәүештә Мортаза Рәхимовтан исемләнгән сәғәт алыу бәхете тейә.
Яуаплы вазифанан киткәс, таһыллы ир аҫылы малын ишәйтеп, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп үҙенең шәхси хужалығын тағы ла көрәйтеп ала. Бал һатып хәләл тапҡанына “Зил” машинаһы ала. Бер аҙ Подгорный ауыл хакимиәтендә эштәргә идара итеүсе вазифаһын йөкмәй. Ә 2011 йылда, уға үҙенән ер алып Ҡалдар ауылында сауҙа нөктәһе асҡан Көйөргәҙе кешеһе “Магазинымды һатып алмайһыңмы?” тип килә. Икеләнгән тормош иптәшенә шул ваҡытта кәләше: “Нишләп риза булманың? Үҙебеҙҙең эште асһаҡ, насармы ни?” тип кәңәш бирә. Шулай, бергәләшеп кәңәшләшеп, Йосоповтар сауҙа нөктәһен үҙҙәре исеменә рәсмиләштереп ала.
Бына хәҙер нисә йылдар инде ауыл уңғандары район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан Ҡалдар ауылы халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Мөрәжәғәт итеүселәргә Фәнил Тәлғәт улы техника менән дә ярҙам итә, шәхси комбайны, тракторы бар. 2013 йылдан башлап Тәүәкән йәмғиәтенең һөт продукцияһын Күмертау ҡалаһындағы 18 нөктәгә, Ҡалдар яғы зонаһындағы мәктәптәргә, балалар баҡсаһына илтеп тапшыра. Тәүәккәл, эшкә бөтмөр ирҙең кәләше лә йүнсел – сауҙа эшен дә алып бара, уңған хужабикә булараҡ өс һыйыр һауа; уның һатыуға сығарған татлы майын, ҡоротон күмертауҙар көтөп ала.
Эйе, бер-береңде аңлап йәшәгәндә генә эш ырай, сәмләнеп донъя көтөргә дәрт-ялҡын һүнмәй. Бәхеткә күрә, Фәнил Тәлғәт улының икенсе яртыһы – тормош юлдашының рухи терәге, шәхси эшҡыуарлыҡта ла, хужалыҡта ла уң ҡулы.
Гөлсирен Йәмил ҡыҙы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ауылынан. Улар танышҡанда ҡыҙҙың 10-сы класта уҡыған, ә егеттең Өфөлә 2 – се курста ғына уҡыған мәле була. Фәнил иптәш егетенең туйына шаһит булып барып, ғүмерлек йәрен осрата. Уларҙың мөхәббәт тарихы хас совет киноларындағы кеүек, боронғоса үрелә. Егет армияға киткәс, Гөлсирен уға йылы хаттар яҙа, уны сабыр ғына көтөп ала.
Бер танышып күрешеүҙән һуң айырылмаҫ йәрҙәргә әүерелгән ғашиҡтар 2003 йылдың 25 апрелендә ҡауыша. “Никах туйына барғанда район башлығы миңә автобус бүлде, ғаилә ҡорорға йыйыныуыма сикһеҙ ҡыуаныуын белдерҙе. Өлкән апай-инәйҙәрҙе ныҡ хөрмәт иткәс, бер автобус инәйҙәрҙе тейәп Ҡыуандыҡҡа киттем. Ә 12 июлдә ике яҡта ла туйҙар гөрләттек”, - тип йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты уҙаман.
Өйләнешкәндә Гөлсирендең Сибайҙа юғары уҡыу йортонда 4 – се курста уҡыған сағы була, килен булып төшкәс уҡып бөтөп ҡулына диплом ала. Тәүҙә Волостновка хакимиәтендә һалымдар буйынса инспектор, аҙаҡ Сбербанк бүлексәһендә эшләй. Ә хәҙер инде ғаилә бизнесының уңыштары өсөн төп яуаплылыҡ уның иңдәренә төшә.
“Бар тырышлығыбыҙ балалар өсөн, улар киләсәктә беҙгә терәк буласаҡ бит”, - тиеүсе изгелекле, хәстәрлекле ата-әсә өс бала тәрбиәләй. Иң өлкәне – Иҙел, 2004 – се йылғы, Өфө Фән һәм технологиялар университетының (элекке БДУ) юридик факультетында 2-се курста уҡый. Атаһына эйәреп шахмат, волейбол уйнарға, техникаға әүәҫ. Уртансыһы – Ислам да 7-се кластан ағаһы уҡыған Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһына барған. Быйыл 9 – сы класты тамамлап килеүсе үҫмер ҙә спортҡа, уҡыуға әүәҫ, хужалыҡта ата-әсәһенең ҙур ярҙамсыһы булып тора. Иң кесеһе – Йәсминәнең Ҡалдар балалар баҡсаһына йөрөгән мәле генә әле, әсәһенә ярҙамға сәскәләр үҫтерешә.
Эшкә сәмле, дәрт-ялҡынлы Гөлсирен менән Фәнил Йосоповтар шәхси донъяларында ғына түгел, ауыл һәм биләмә тормошонда ҡайнап йәшәй. Ғаилә башлығы улдары менән спорт ярыштарынан ситтә ҡалмай, Мәләүез волейбол командаһы өсөн дә сығыш яһай. “Үҙем эшләп киткәс, силсәүит эшенең дә еңел түгеллеген беләм, шуға күрә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам” тигән йәшел беретлыға нисек һоҡланмаҫһың? Йосоповтар кеүек юғары мәҙәниәтле, таһыллы, төбәк яҙмышы өсөн битараф булмаған, көсөргәнешле заманда “ауылҡайым” тип янып-көйөп, уны балҡытып йәшәүсе матур ғаиләләр, һоҡланғыс парҙар булғанда, Ҡалдар ауылының да уттары һүнмәҫ!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Фотолар – шәхси архивтан.