Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
23 Май 2024, 07:10

Һәр ерҙә лә өлгөрәләр

Ауылдарҙағы иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙы бергә туплаған ағинәйҙәр ҡорон күптәр йырлап-бейеп кенә йөрөгән һымаҡ күрһә лә, асылда улар бик күп кәрәкле эштәр башҡара: милли йолаларҙы тергеҙәләр, тәрбиәүи эш алып баралар, урындағы мәҙәни һәм социаль тормошто йәнләндереүгә күп көс һалалар. Тирә-йүнде, зыяраттарҙы таҙартыу буйынса экологик өмә булһынмы, махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам йыйыумы – күп ерҙә нәҡ ошо гүзәл заттар алда йөрөй.

Һәр ерҙә лә өлгөрәләрҺәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр

Кисә Район ағинәйҙәр ҡороноң район мәҙәниәт бүлеге, үҙәк район китапханаһы, Исем ауылы ағинәйҙәре менән берлектә ойошторған “Таҡмаҡ бәйгеһе”ндә ауылдарҙағы ағинәйҙәр ҡоро ағзалары, башҡа әүҙем гүзәл заттар, Ейәнсура районының “Һомай” ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары ҡатнашты. 

 “Таҡмаҡ Баттл” өс өлөштән торҙо, тәүгеһендә яңғыҙ башҡарыусылар сәхнәгә сыҡһа, артабан дуэт һәм коллектив менән башҡарыусылар сығыш яһаны. Бәйгенән тыш, тамашасыларҙы үҙҙәренең йыр-моңдары менән ҡыуандырыусылар ҙа күп булды. Ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеү ҙә үҙенә күрә бер матур күренешкә әйләнде.

 Баһалама төркөмө ағзаларына - ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Искәндәрова, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илүзә Ниғәмәтуллина, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов, район мәҙәниәт һарайының бүлек етәксеһе Зөлфиә Илмөхәмәтова һәм район китапханаһы хеҙмәткәре Светлана Халиҡоваға иң-иңдәрҙе билдәләү, әлбиттә, бик еңел булманы. Шулай ҙа улар бөтә сығыштарҙы ла ентекләп тамаша ҡылғандан һуң, еңеүселәрҙе билдәләне. Шулай итеп, Таңһылыу Байрамғәлина (Яңауыл), Фәйрүзә Тажетдинова менән Әлфиә Ҡалҡаманова (Бикбулат), Миңзәлә һәм Рәфиә Сәлиховалар (Сәлих), “Ак калфаклар” ансамбле (Күгәрсен), “Әхирәттәр” төркөмө (Сәлих), Бикбулат һәм Исем ауылдары ағинәйҙәре, “Һомай” төркөмө (Ейәнсура районы) “Әүҙем ҡатнашыусылар” номинацияһына лайыҡ булды.

 “Күмәк башҡарыусылар” номинацияһында 1-се урынға тәүәкәндәр сыҡһа, мәҡсүттәр 2-се, йомағужалар 3-сө урынға сыҡты.

 Парлы ҡатнашыусылар араһында иң тәүге урынды Йомағужанан килгән Зилә Йәнбулатова менән Наилә Әхмәтгәрәева, 2-се урынды Исемдән Люциә Яҡупова менән Миңнур Нурдәүләтова, 3-сө урынды Мәҡсүттән Резеда Ҡотлобаева менән Айгөл Килмөхәмәтова яуланы.

 Яңғыҙ башҡарыусылар араһында Фәйрүзә Фәттәхова (Мәҡсүт) 1-се, Радик Мәхмүтов (Йомағужа) 2-се, Клара Байғазакова (Сәлих) 3-сө урындарға лайыҡ булды.

  Парлашып сәхнәгә сыҡҡан Хәмзиндар ғаиләһе “Тамашасы” һөйөүе, Бикбулаттан Ләйлә Кинйәбаева “Оригиналь башҡарыу оҫталығы”, Сирбай ағинәйҙәре “Һирәк осраған таҡмаҡтар” номинацияларында билдәләнде. Төрлө номинацияларға лайыҡ булғандарҙың һәр ҡайһыһына диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

 

Күгәрсен районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов Ағинәйҙәр ҡоро, Аҡһаҡалдар ҡоро, Йәштәр ҡоро кеүек йәмәғәт ойошмаларының ҡоролтай  менән берҙәм эшләүен, бер маҡсаттар менән яныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, “Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, һәр кем үҙ тамырҙарын, тыуып-үҫкән төбәгенең, ата-бабаларының тарихи тамырҙарын, данлы уҙғандарын белергә тейеш” тип, Исем ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Юлиә Хреноваға “Ҡыпсаҡ” китабын бүләк итте. 

“Беҙҙең районда башлыса Ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре йәшәй, әммә Солтанғол, Мораҡ һәм уның янындағы хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Ҡашҡар ауылдарында Үҫәргән ырыуы вәкилдәре лә ғүмер кисергән”, - тине ул  ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гөлфиә Искәндәроваға “Үҫәргән” китабын тапшырып.

 Бер нисә сәғәткә һуҙылған тамашаны Резеда Ҡотлобаева матур итеп алып барҙы, оҫта гармунсылар – Рим Әбүбәкиров, Ринат Хәмзин, Таһир Ишемов, Мәхәмәт Шәрипов, Фәнил Хәмзин, Фуат Әлмөхәмәтов, , Илһам Шәрипов музыкаль яҡтан биҙәне.

Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Һәр ерҙә лә өлгөрәләр
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас