Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Май 2024, 11:14

Файҙаһы һанап бөткөһөҙ

ны әҙерләүе еңел генә, ә файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Тәү ситатта ул ҡан өсөн файҙалы: шәкәрҙе һәм холестеринды түбәнәйтә. Авитаминоз мәлендә һәм мәтдәләр алмашыныу процессында организмға ярҙам итә. Теш эмален нығыта. Ябығырға теләүселәргә лә "тиҙ ярҙам".

3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло, 4 аш ҡалағы шәкәр һәм таҙа һыуыҡ һыу ҡойорға. Өҫтөн ябып, һоло әсегәнсе (3-4 көн тирәһе) бүлмә температураһында тоторға. Шәкәр урынына 50 грамм йөҙөм менән 2 аш ҡалағы бал һалырға ла мөмкин. Был эсемлеккә сикләү юҡ, һыуһағанда ла, ас ҡарынлай ҙа эсергә була.

Автор:
Читайте нас