АҪЫЛБИКӘ МӘЖИТОВА:
- Ҡайһы мәлдә, ниндәй хәлдә шул хәтлем дә итеп тәбиғәттән айырыла ала икән дә, нисек итеп үҙ асылын юғалта ала икән әҙәм балаһы. Һүҙем, тәбиғәттең һәр һулышын тойған, йәнлектәрҙең телен аңлаған,шифалы үләндәрҙең серен белгән тәбиғәт балаһы, үҙебеҙҙең халыҡ тураһында. Эсең бошор ҙа шул. Аяҡ аҫтындағы, анау хәтлем хазинаһы булып та, ҡытайҙың бер әсмүхә сәйенә ерен һатырлыҡ хәлгә ҡалһындар сәле. Бәлки "был дөрөҫ түгел, әсмүхә сәйгә ерҙәрен алыштырмағандар тиеүселәр булыр". Бәлки шулайҙыр ҙа. Әммә ҡара сәйгә күсеп, шифалы үлән сәйенән айырылыуҙары факт бит. Халҡыбыҙ элек кенә алданмаған, һаман да алданыу дауам итә. Хәҙер бит аҡса эшләү өсөн, нимә генә һатмайҙар: ниндәйҙер файҙалы тупраҡ тапҡандар, йә меңәр йыл ятҡан һаҙлыҡ ере килеп сыға. Бәлки уларҙың да ниндәйҙер кимәлдә файҙаһы барҙыр. Әммә, хаҡы ниндәй. Иҫ китмәле ҡыйбат бит ул БАДтары. Кеше ала. Әйе, үләндән дә дарыуҙар һаталар. Улар ҙа иҫ китмәле ҡыйбат. Ә нишләптер үҙебеҙҙә үҫкән үләндәрҙе йыйып ҡулланмайбыҙ. Башҡорт халҡының, хатта, быуындан- быуынға бирелеп килгән үләндәр менән дауаланыу ысулдары ла ҡалмаған тиерлек бит. Ҡайһы бер үләндәрҙең исеменә иғтибар итәйек: БАБАҺЫР УТЫ. Бабаһыр - ,,глисты" тигәнде аңлата, тимәк , уның ярҙамында, паразиттарҙар дауаланғандар. ЙҮТӘЛ үләне, БЫУМА үләне, ТИЛСӘ (золотуха, аллергия) уты. Ошо үләндәрҙең исемдәрен генә алғанда ла, халҡыбыҙ үләндәрҙе яҡшы белеүен аңлайбыҙ. Беҙҙең халыҡта ғына түгел бүтән милләттәрҙә лә шул хәл. Урыҫтарҙа иһә үлән сере, монастырҙарында яҡшы һаҡланып ҡалған һәм хәҙерге заманда киң тарала, өйрәнелә. Беҙҙең элек мәҙрәсәләребеҙҙә лә шифалы үләндәрҙе айырым фән итеп өйрәнгәндәрен беләбеҙ. Урыҫтар, беҙгә ҡарағанда, ҡара сәйгә бик иҫтәре китеп бармаған шулай ҙа, һут, сурица эсемлеге, кеҫәл кеүек файҙалы эсемлектәрен эсә биргәндәр. Тик, башҡорттар ҡара сәйҙе бигерәк яратҡандар ҙа ҡуйғандар шул. Эсһә ней, ул да бит үләндән тиеүселәр булыр. Әйе, үләндән. Тик заманаһына күрә, сәйҙәрҙең дә сифаты, үҙегеҙ беләһегеҙ, шикле. Был яҙмамда, ҡара сәйҙең ҡан баҫымына, гемоглобинға, нервы, йөрәк системаһына тәьҫире, ул сәйҙе эсеү культураһы тураһында яҙырға иҫәп тотманым. Ул турала интернет киңлектәрендә мәғлүмәт етәрлек. Әммә, етәрегеҙ алданырға тип яу һалғым килә. Шул хәтлем байһығыҙмы ней? Нисек итеп ферментация үткән үлән сәйҙәрен эшләү ысулдары тураһында яҙғылап торам. Күптәрҙең үлән сәйенә күсеүе ҡыуандыра. Үләндәр донъяһына инә барған һайын, үҙебеҙҙең ни тиклемдә, тәбиғәттән, үҙ асылыбыҙҙан айырылғаныбыҙҙы аңлайым. Киләсәктә, барыһы ла башҡа буласағына ышанғы килә. Күптәребеҙ үлән шифаһын, уны йыйып эскәндә генә тип уйлай. Ә ысынында, шифа беҙ ҡырға аяҡ баҫҡас та башлана. Күҙгә күренмәгән бәйләнеш бар үләндәр менән. Тәбиғәт менән үҙеңде бер бөтөн тип тойған һайын һиҙгерлек тә арта. Бында бер ниндәйҙә магия юҡ. Ул беҙҙең ысынбарлығыбыҙ. Үләндәрҙең кеше холҡон үҙгәртеү көсөнә эйә булыуы ла магия түгел. Әйтәйек, кеше мейеһенең артыҡ һыуын (ликвор) кәметә, йә мейелә артериаль ҡанды, венозный ҡанға ҡарағанда арттырып була үләндәр ярҙамында. Был кешенең үҙ көсөнә ышаныу, ҡыйыулығы, ихтыяр көсө артыуға булышлыҡ итә. Бауыр ауырыуҙарын шифалаусы үләндәр ярҙамында, кешенең үпкәсел булыуына юл ҡуймаҫҡа була ти тәжрибәле үлән белгестәре. Һуңғы ваҡытта, "противопаразитарный" препараттарға иғтибар ныҡ артты. Бер кеше хатта 30 меңлек БАД алыуын әйткәйне. Ярай, ул дарыуҙы алып, барлыҡ паразиттарҙан да ҡотолдо ти. Беҙ ул ,, ҡунаҡтар" менән көн дә осрашып торабыҙ. Улар ашамлыҡтарҙа, йорт хайуандарында, хатта һауала ла. Улар беҙҙең менән ғүмер буйы булған, һәм буласаҡ та. Беҙҙең организм уларҙы, үҙе кәрәк кимәлдә көйләү һәләтенә эйә. Беҙ бары тик иммунитетыбыҙға ярҙам итергә, ваҡыты-ваҡыты менән үләндәр ярҙамында таҙарынып торорға тейешбеҙ. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең киреһенсә, ашаған ризыҡтарыбыҙ менән, йәшәйешебеҙ менән паразиттарыбыҙға ярҙам итәбеҙ. (күберәк сөпрәле, татлы ашап.) Мин , үләндәр тураһындағы паразиттарҙан дауаланыу рецептарын яҙғылап торам. Үләндең шифаһы, һин аны нисек, ҡайҙа йыйыуыңдан, ҡайҙа нисек киптереп һаклауыңдан, нисек итеп эсеүеңдән дә тора. Хуш еҫле, шифалы башҡорт үләндәре була тороп, беҙгә нимәгә ул шикле нәмәләре. Башҡотостаныбыҙҙа үҫкән үләндәрҙе өйрәнәйек, беләйек. Һәр кем үҙе һайлай: һаулыҡты һаҡларғамы , йә һатып алырғамы. Тик, һатыусыһы ниндәй ҙә, хаҡы ниндәй, дауаһы ниндәй, уныһы ҙур һорау.