Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Май , 08:45

Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы өсөн файҙалы үләндәр

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ниндәй үләндәр эсергә була тигән һорауҙы күп ишетергә тура килә. Халыҡ дауалау ысулы менән дә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар шөғөлләнә. Күптәр "боровая матка, якорцы, красная щетка" кеүек үләндәр яҙҙырып алып дауаланалар. Ә уйлап ҡараһаң, беҙҙең аяҡ аҫтында ла шифалы үләндәр үҫә. Был хаҡта беҙгә Аҫылбикә Мәжитова һөйләй.

- Ундай үләндәр беҙҙә үҫмәгәс, ул үләндәр тураһында бер нәмә лә әйтә алмайым. Әлбиттә уларҙың да шифаһы бар. Мин бары үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында үҫкәндәрен, үҙемдең тәжрибәмдән, күҙәтеүемдән сығып яҙып үтәм. Был үләндәр: ауыртыныуҙы баҫыуы, гормональ фонды көйләүе, кәйефте күтәрергә ярҙам итеүе, тырнаҡ - сәстәрҙе нығытыу, остеопорозды иҫкәртеү һәм ҡатын -ҡыҙҙар ауырыуҙарын иҫкәртеү үҙенсәлегенә эйә булған үләндәр булыр. Күрем ваҡытындағы ауыртыныуҙы, ҡайһы бер үләндәр ярҙамында еңеләйтеп була . Мәҫәлән, аҡсәскә (болонгүҙ -ромашка), шалфей, бөтнөк, меңъяпраҡ, бесәй үләненең тамыры. Ҡатын-ҡыҙ матурлығына килгәндә, люцернала кальций күп булараҡ, ҡулланырға була, ҡырҡбыуын үләне, кремний күп булараҡ, кальцийҙы үҙләштерергә булышлыҡ итә. Тик, ҡырҡбыуындың ( хвощь полевая) башҡа төрҙәре ағыулы, белеп йыйыр кәрәк. Яратҡан үләнем - туҡранбаш. Уны юҡҡа, йәшлекте оҙайтыусы үлән тимәйҙәрҙер. Шалфей үләне фитоэстроген ғына түгел, ҡандағы шәкәрҙе лә кәметергә булышлыҡ итә. Тап дарыу өсөн ҡулланылғанын белеп йыйыр кәрәк. Яҡын-тирәлә мин бүтән төрләре генә үҫеүен беләм. Фенхель, петрушка, укроп орлоҡтары, шиңмәҫгөл. Ҡатын - ҡыҙҙар гормонының өс төрө була: эстон, эстрадиол, эстрол. Һәр береһе үҙенә тәғәйен функцияһын үтәй. Төрлө йәштә булһаҡ та, эстрогендың тейешле кимәлдә булыуы мөһим. Был гормондың етмәүе йә артыҡ булыуы ҡатын - ҡыҙҙың кәүҙә торошона, кәйефенә, холҡона һәм, әлбиттә, һаулығына йоғонтоһо ҙур. Бер миҫал килтереп китәм. Тәжрибә рәүешендә, бер төркөм ҡыҙ балаларға, оҙайлы ваҡыт фенхель орлоғоның төнәтмәһен эсергәндәр. Унда эстрогендың тап эстрадиол булараҡ, был ҡыҙҙарҙың ваҡытынан алда өлгөрөп етеүҙәрен күҙәтәләр. Шулай уҡ, Ҡытай медицинаһының күҙәтеүе буйынса, айыу ҡурайы ( дягель лекарственный) менән түлһеҙлектән дауаланыусы ҡатындарҙың, унауынан етеһе ауырға уҙғандарын белдерәләр. Әйткәндәй, был көпшәнең тамырын турап киптереүҙән тыш, ит турағыстан үткәреп 1:1 иҫәп менән балға болғап тотонам. Сәғәт үләнен дә сәй урынына эсергә кәңәш ителә ауырға ҡалыр өсөн. Ҡатын-ҡыҙҙар түлдән ҡалғас, башлыса гормондың эстрон төрө ҡала. Был Аллаһ Тәғәләнең шул хәтлем теүәл эше. Шулай булырға тейеш икәне уға ғына мәғлүм. Күптәр, климакс ваҡытындағы ауырлыҡтарҙы еңеләйтеү, йәш булып ҡалыу теләге менән, гормональ препараттар ҡулланалар. Тик уларҙың, кире йоғонтоһы барлығын да онотмайыҡ. Тәбиғи фитоэстрогендарға килгәндә, алдараҡ яҙып үткән үләндәргә өҫтәп, ошоларҙы һынап үтәм: юл япрағы, мелисса. Әйткәндәй, был ике үлән, ауырлы ҡатындарҙың токсикозына ла бик килешә. Мелисса тип күптәр баҡсаларында, бөтнөктөң бер төрөн ( мята лимонная) үҫтереп яңылышалар. Бөтнөк( мята перечная), меңъяпраҡ, туҡранбаш, шалфей, ҡомалаҡ. Ҡомалаҡлы һыраны күп эскән ирләрҙең, кәүҙәһе ҡатындарҙыҡына оҡшап китеүенең сәбәбе, тап шул тәбиғи гормон инде. Етен орлоғо. Бер аш ҡалағындай етенде көндә иртәнсәк,(курсами) кофемолканан үткәреп ашарға була. Тик, алдан күп итеп эшләргә ярамай. Ундағы май, ағыуға әйләнеүе бар. Шафран сәскәһе, приливтан, депрессиянан, күрем алдындағы симптомдарҙа килешә. Уны йышыраҡ еҫкәр кәрәк. Мин уның онтағын тәмләткес итеп тә тотонам. Һары мәтрүшкә инде үҙе айырым темаға лайыҡ. Гармональ фонды көйләүҙән башҡа, депрессиянан килешеп кенә ҡалмай, бүтән үләндәрҙең көсөн арттыра. Юҡҡа ғына уны 90 төрлө ауырыуҙан дауа тимәгәндәрҙер инде. Тик уны ҡояшлы ваҡытта эсергә тырышмағыҙ. Мәтрүшкә, фенхель, фитоэстроген булараҡ, улар, фолликулдарҙың өлгөреүенә лә булышлыҡ итә. Цистит, кандидоз булғанда, тройчатка иң отошлоһо тип уйлайым. Уны нисек эшләүем тураһында яҙғаным бар. Спринцевание менән бергә курс менән эсеп алһаң да була. Һәм, әлбиттә, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Ҡунаҡҡа барыр алдынан, йә майлы аш алдынан, бер стакан фенхель, укроп төнәтмәһен ярты сәғәт алда эсеп алғанда, бауырға артыҡ көс төшмәй, ашҡаҙан еңел эшкәртә. Шулай уҡ витаминлы емештәр, үләндәр йыйып киптерергә була. Нәзәҡәтле, һау булып, күтәренке кәйеф менән йәшәйек.

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: