Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май , 12:22

Матур ғаилә - ил күрке

Рәшиҙә менән Исмәғил Абдулҡадировтарҙың тормош юлын иңде-иңгә терәшеп, пар аҡҡоштарҙай мөхәббәт-наҙҙа, татыулыҡта үтеүенә ярты быуаттан артыҡ ваҡыт уҙған. Күңелдәре менән һаман йәшлек яҙҙарында ҡалып сәмләнеп донъя көтә, яҡты булмыштары менән Мораҡ ауылының Коммунистик урамына йәм бөркөп йәшәй улар. Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары “районка”быҙҙың тоғро дуҫтары ла.  Уңғандарҙың ихаталарына барып инһәң, тирә-яҡта тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Һәр тарафта бында хәстәрлекле ирҙең таһыллығы, уңған хужабикә менән икеһенең берҙәм тырышлығы, тормошҡа булған сикһеҙ һөйөүе сағыла. Рәшиҙә апай ҡойған ҡоймаҡтар ауыҙҙа иреп тора, алмаз менән сиккән картиналары өйҙәренә нур бөркә.

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Рәшиҙә менән Исмәғил Абдулҡадировтарҙың тормош юлын иңде-иңгә терәшеп, пар аҡҡоштарҙай мөхәббәт-наҙҙа, татыулыҡта үтеүенә ярты быуаттан артыҡ ваҡыт уҙған. Күңелдәре менән һаман йәшлек яҙҙарында ҡалып сәмләнеп донъя көтә, яҡты булмыштары менән Мораҡ ауылының Коммунистик урамына йәм бөркөп йәшәй улар. Хөрмәтле хеҙмәт ветерандары “районка”быҙҙың тоғро дуҫтары ла.

 Уңғандарҙың ихаталарына барып инһәң, тирә-яҡта тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Һәр тарафта бында хәстәрлекле ирҙең таһыллығы, уңған хужабикә менән икеһенең берҙәм тырышлығы, тормошҡа булған сикһеҙ һөйөүе сағыла. Рәшиҙә апай ҡойған ҡоймаҡтар ауыҙҙа иреп тора, алмаз менән сиккән картиналары өйҙәренә нур бөркә.

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас: