Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Май , 11:55

Күгәрсен егеттәре парадта ҡатнашҡан

9 майҙа Мәскәүҙә һәм Екатеринбургта уҙған Еңеү парадында беҙҙең район егеттәре лә ҡатнашҡан.

Күгәрсен егеттәре парадта ҡатнашҡан
Күгәрсен егеттәре парадта ҡатнашҡан

Уларҙың береһе - хәрби оркестрҙы етәкләүсе майор Арыҫлан Зәки улы Рыҫҡолов, ул Ерекле ауылында тыуған.

 Парадта шулай уҡ Ялсы ауылы егеттәре -  Дамир Ҡарағужин менән Рәфил Ишкинин да ҡатнашҡан, Дамир контракт менән оркестрҙа хеҙмәт итһә, Рәфил  курсант, Екатеринбургта уҡып йорой.

 Арыҫлан Зәки улы ул уҙған йыл “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Арыҫлан Зәки улы 5-се класҡа тиклем Мәҡсүт урта мәктәбендә, аҙаҡ Өфө ҡалаһының Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика музыка гимназия-интернатында  белем ала. Аҙаҡ Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Хәрби университетының  хәрби дирижерҙар хәрби институтын тамамлай.  Бөгөнгө көндә ул “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комиссияһы эксперты булып тора, РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Байраҡлы Жуков орденлы округы Оршан-Хинган үҙәк штабы оркестрын етәкләй.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: