Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май , 11:35

Йыбанмай, эйелеп өҙ генә!

 Иң әрһеҙ үлән-сәскәләрҙең береһе ул – бәпембә! Ҡар иреп, көндәр йылыныр-йылынмаҫтан тирә-яҡты алтын төҫөнә күмеп, сәскә ата. Матур ғына түгел, кеше организмы өсөн ифрат файҙалы ла! Дауа өсөн уның сәскәһен дә, һабағын да, япраҡтары менән тамырҙарын да ҡулланырға була.

Йыбанмай, эйелеп өҙ генә!
Йыбанмай, эйелеп өҙ генә!

Мәҫәлән, ундағы витаминдар һәм антиоксиданттар яман шештән һаҡлай, ҡанда шәкәр күләменең артыуына юл ҡуймай, бауырҙың, ҡалҡан биҙенең, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының яҡшы эшләүенә булышлыҡ итә, ҡан баҫымы күтәрелгәндә, эс ҡатҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан ярҙам итә. Шулай уҡ был үҫемлек көс бирә, кәйефте күтәрә, тән температураһын төшөрә, тирҙе, үтте ҡыуа, тынысландыра, йоҡлай алмағанда ярҙам итә.

 Химик анализ бәпембәлә β-каротиндың юғары кимәлен асыҡлай, ул ҡеүәтле антиоксидант булып тора. Β-каротин ирекле радикалдар тарафынан күҙәнәктәрҙең окисланыуын һәм тарҡалыуын иҫкәртә. Һуңғы биохимик тикшеренеүҙәр барышында хикор кислотаһы - CRA асыҡлана. Матдәнең иң юғары концентрацияһы үҫемлектең  япраҡтарында һәм һабағында булыуы билдәләнгән.
Бәпембә сәскәһенән сәй

 Биш бөртөк бәпембә сәскәһен ҡайнар һыуҙа 10-15 минут төнәтергә. Көнөнә 2-3 тапҡыр ашағанға тиклем яртышар стакан эсергә.

Әйткәндәй, бәпембә сәскәһе төнәтмәһен һипкелдән ҡотолоу өсөн дә ҡулланырға була. Бының өсөн бер нисә бөртөк бәпембә сәскәһенә бер стакан ҡайнар һыу һалырға. Төнәтмә һыуынғас,мамыҡ тампон ярҙамында иртән һәм кис биткә һөртөргә.

 

Иҫкәрмә: бәпембә менән дауаланыуҙың  һәр кемгә лә килешмәүе ихтимал. Шуға ла уны ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: