Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май , 11:15

Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?

Көнөнә ике генә алма ашау ҙа ҡан системаһын 10 – 25 процентҡа холестерин күҙәнәктәренән таҙартырға ярҙам итә.

Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?
Ни өсөн көн дә алма ашарға кәрәк?

📌*Италия ғалимдары алманың организмдың ҡан системаһына йоғонтоһон өйрәнеү маҡсатында тикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә даими рәүештә алма ашау ҡан тамырҙарына рак күҙәнәктәрен үтеп инеүҙән һаҡларға булышлыҡ итеүе асыҡланған.

📌*Яңы һығылған алма һуты нервыларҙы тынысландыра, шуға күрә стрестан һуң уны эсергә кәңәш ителә. Әйткәндәй, медиктар фекеренсә, таҙа алма һуты ата-әсәһенә йоҡо бирмәй бер туҡтауһыҙ илаған баланы тынысландырырға һәләтле.

📌*Алмала күҙәнәклек менән пектин бар, уны көн һайын ашағанда ашҡаҙан-эсәк тракты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы менән бер ниндәй ҙә проблема булмаҫ.

📌*Алма майҙы кәметә, тимәк, кемдәр кәүҙә ауырлығын кәметергә теләй, уларға мотлаҡ алма ашарға кәрәк. Өҫтәүенә, май ҡатламдарының кәмеүе ҡан тамырҙарының торошона һәм сәләмәтлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.

📌*Алма һыуһынды ҡандыра һәм аппетитты күтәрә. Диетологтар: «Ашағың килһә – алма аша, уны ашағың килмәһә – ашағың килмәй», – тиҙәр. Уларҙың был кәңәшен тотоу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Мәҫәлән, диетала ултырған кеше ашағыһы килгәндә бер алма ашаһа, асығыу тойғоһо үтер, йә булмаһа бер алманан һуң артыҡ күп ашай алмаҫ.

Автор:
Читайте нас: