Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2024, 04:45

Теле барҙың - иле бар

“Теле барҙың - иле бар” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ошо йәһәттән беҙҙең республикала бик күп эштәр башҡарыла.

Теле барҙың - иле барТеле барҙың - иле бар
Теле барҙың - иле бар

Телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса проекттар

 2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды, исеме үк әйтеп тороуынса был фонд республикабыҙҙың төп дәүләт телен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән бик күп матур проекттар булдырҙы. Иң уңышлы проекттарҙың береһе — Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант. Акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта, 2019 йылда унда 70 мең кеше ҡатнашһа, 20204 йылда диктант яҙыусылар һаны 408 меңгә етте. Акцияла Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 24 сит илдән милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнаша.

Беҙҙең район был акцияға йыл һайын ихлас ҡушыла.   Онлайн һәм офлайн уҙған сарала районыбыҙҙа уҡый-яҙа белгән бәләкәй балаларҙан алып, өлкән йәштәге инәй-бабайҙарға тиклем әүҙемлек күрһәтә.

 2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге онлайн-олимпиада уҙғарылды, был сара халыҡҡа үҙҙәренең көсөн онлайн-форматта һынап ҡарарға мөмкинлек бирҙе.

 2019 йылдың июненән башҡорт теле буйынса курстар ойошторола, улар телде яңы өйрәнеүселәргә - күрше төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә, бер төрө эшлекле даирә телде ҡулланырға теләүселәргә - дәүләт һәм муниципаль органдарҙа эшләүселәргә тәғәйенләнде.

 2020 йылдан квартал һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы уҙғарыла, уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыусы 100-ҙән ашыу проект старт алды.  2021-2022 йылдарҙа республика буйынса башҡорт блогерҙары менән “Республика” блог-туры эшләне, бөтәһе 300 блогер менән 12 тур ойошторолдо, уларҙы 5 млн-дан ашыу кеше ҡараны.

 2022 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың юбилейына “Минең Рәми” төбәк-ара шиғри конкурсы уҙғарылды, унда 800-ҙән ашыу шиғыр һөйләүселәр ҡатнашты.

 Методик ярҙам күрһәтеү маҡсатында бик күп уҡыу әсбаптары сығарылды, уларҙың ҡайһы берҙәренә мобиль ҡушымталар эшләнелде, видеоматериалдар төшөрөлдө. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн уҡытыу-дидактик материалдар баҫылды, улар беҙҙә генә түгел, күрше Силәбе, Свердлов, Ҡурған, Пермь, Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡала һәм төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәргә лә таратылды.

 Беҙҙең балалар, үҫеп килеүсе йәш быуын һәр нәмәне заманса ысулдар менән өйрәнеүҙе хуп күрә. Был йәһәттән дә күп эштәр башҡарылды: 2020 йылда туған телдәрҙе дистанцион форматта өйрәнеү өсөн “Туған тел донъяһы” белем биреү платформаһы булдырылды, бик күп видеороликтар, телевизион һәм радио проекттары төшөрөлдө. Унан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт-рус һәм рус-башҡорт онлайн-тәржемәсеһе барлыҡҡа килде һәм ул камиллашыуын дауам итә. 2021 йылдан “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы һәм мобиль ҡушымталар эшләй, 2023-2024 йылдарҙа башҡорт телендә һөйләшеүсе “Һомай” аҡыллы колонкаһы балыҡҡа килде. Улар ҙа телебеҙҙе пропагандалауҙа мөһим роль уйнай.

Мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәле саралар

 2019          йылда БР Фән һәм мәғариф министрлығында Милли белем биреү менән идара итеү, Мәғарифты үҫтереү институтында – Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге кеүек уникаль үҙәктәр төҙөлдө. Улар ҙа бик һөҙөмтәле эшләне. 2019 йылда башҡорт теле уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы уҙғарылды, 2020 йылда педагогтар тәүге төбәк-ара форумға йыйылды, ә 2023 йылда полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум ойошторолдо.   Ошо сараларҙың һөҙөмтәһе булып республикала 8 полилингваль мәктәп асылды.

 Республикабыҙҙа “Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм БР халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса” айырым дәүләт программаһы ҡабул ителгән. Ошо программаға ярашлы, 2019 йылдан 2023 йылға тиклем интереактив таҡта, проектор һәм ноутбуктар менән 133 кабинет йыһазландырылған. Шуныһы ҡыуаныслы, беҙҙең район да был матур үҙгәрештәрҙән ситтә ҡалманы: 2020 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбе, 2021 йылда Башҡорт гимназияһы, 2023 йылда Воскресенск мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары ошо программаға ярашлы йыһазландырылды.   

  Полилингваль мәктәптәрҙә үҙ предметтарын  билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә алып барған педагогтарға дәртләндреү маҡсатында 2019 йылдан 15 процент өҫтәмә түләнә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телде өйрәтеү төркөмдәрендә эшләүсе тәрбиәсе һәм педагогтарға эш хаҡы 15 процентҡа күтәрелгән, ә 2024 йылдан республиканың полилингваль мәктәптәренең бөтә хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы 20 процентҡа артасаҡ.

 2022 йылда “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының туған телдә уҡытыусы йыл педагогы” оҫталыҡ конкурсы айырым булдырылды, ә 2023 йылда “Йыл педагогы”конкурсында еңеүсе һәм лауреат исемен яулаусылар өсөн БР Башлығы гранты булдырылды.

 2023 йылда “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары”на БР Хөкүмәте тарафынан бирелеүсе премия 50 меңдән 100 мең һумға тиклем арттырылды. Был мәртәбәле премияға беҙҙең яҡташтар ҙа - 2017 йылда З.Биишева исемендәге Мораҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғилминур Ильясова, 2019 йылда Йомағужа 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Хәнифә Мысырғәлина, 2021 йылда Мораҡ 1-се урта мәктәбенән Алһыу Бикбаева, 2023 йылда Тәүәкән мәктәбенән Гөлназ Сәлиховалар лайыҡ булды.   

 БР Башлығы Указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө булараҡ билдәләнә. 2019 йылдан алып телде популярлаштырыу маҡсатында төрлө саралар, конкурстар, флешмобтар, акциялар уҙғарыла.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас