Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
13 Май 2024, 05:40

"Хәтер диуары" булдырылды

20 миллионлаған кешенең ғүмерен өҙгән дәһшәтле йылдар беҙҙән алыҫлаша барһа ла, Бөйөк Еңеүҙең баһаһы кәмемәй. Уны яҡынайтыуға тиңһеҙ өлөш индергәндәрҙең исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр дауам итә. Ошо көндәрҙә Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың портреттарынан торған “Хәтер диуары” – “Стена памяти”булдырылды. Әлеге ваҡытта унда 400-гә яҡын фото тупланған.  Был стенала үҙ геройҙарын – ҡартай-олатайҙарын, ҡарт ҡартай-олатайҙарын  күрергә теләгән һәр кем ...

"Хәтер диуары" булдырылды"Хәтер диуары" булдырылды
"Хәтер диуары" булдырылды

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусының фотоһын музейға алып килә ала. Фотоһүрәттәр күгәрсендәрҙең киләсәк быуындары иҫтәлегенә музейҙа мәңге һаҡланасаҡ.
#бессмертныйполк #стенапамяти #герои #ДеньПобеды #Кугарчинскийрайон #Еңеүкөнө #Кугарчинскиймузей #НаследникиПобеды

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас