Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
10 Май 2024, 07:33

Яҙҙың яҙмыштарын бутап, ҡайтыуы ҡыштың йомаҡ.

Апрель айы ғәҙәти булмағанса йылы торғас, йәй килгән һымаҡ ине лә, бына әлеге мәлдә үҙебеҙҙә лә ҡар яуып тора.  Венера Рәхмәтуллина йырлағанса,  Муйыл сәскә атҡан мәлдә Яуа аҙашҡан ҡарҙар. Ҡыштың ошо ҡылығына Аптырап ҡалды яҙҙар.   Үҙ мәлендә, үҙ йәмендә Яумаған ҡар йән көйөк... Башҡа райондарҙа ҡар кисә үк яуҙы. Мәҫәлән, ...

Яҙҙың яҙмыштарын бутап, ҡайтыуы ҡыштың йомаҡ.Яҙҙың яҙмыштарын бутап, ҡайтыуы ҡыштың йомаҡ.
Яҙҙың яҙмыштарын бутап, ҡайтыуы ҡыштың йомаҡ.

Ишембай районында ҡар кистән үк яуа башланы...

 

"Муйыл сәскә атҡан мәлдә

Яуа аҙашҡан ҡарҙар.

Ҡыштың ошо ҡылығына

Аптырап ҡалды яҙҙар.

 

Үҙ мәлендә, үҙ йәмендә

Яумаған ҡар йән көйөк...

Һыңарын һуңлап эҙләгән

Аҙашҡан парҙар кеүек.

 

Яңылышып ярышалар

Ергә ҡарай аҡ ҡарҙар.

Уйнар мәлегеҙ уҙған шул,

Уста ирегән ҡарҙай.

 

Саҡырылмаған ҡунаҡтай

Ябырылған аҡ буран.

Күк үләнкәй күшеккәндер

Ябынғас ҡарлы юрған.

 

Ҡаңғыра аҙашҡан ҡарҙар

Һуңлаған көтөү һымаҡ.

Яҙҙың яҙмыштарын бутап

Ҡайтыуы ҡыштың йомаҡ" тип йырларға ғына ҡала.....

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас