Үгәй инә япрағы һалҡын тейеү, грипп, тыналыу юлдары сирҙәренән бик файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Сәскәләрен – майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.
Ҡымызлык гипертония һәм атеросклероздан файҙалы. Гастрит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә ҡулланыла.
Туҙғанак витаминдар, калий һәм фосфор тоҙҙарына бай. Төнәтмәһе организмды нығыта, тынысландыра, ҡанды таҙарта, лимфа системаһы ялҡынһыныуыман ярҙам итә, организмнды йәшәртә, аҙҡанлылыҡтан файҙалы.
Ҡарағат. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағынан яһалған сәй ялҡынһыныуҙы бөтөрә, иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Ҡарағат япрағы төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта.
🌱 Сирень сәскәһе баш ауыртыуҙы, веналарҙың варикоз киңәйеүен, йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн ҡулланыла.
🌱 Кесерткән. Май кесерткәне бик шифалы, уны дауаланыу өсөн генә түгел, сирҙәрҙе киҫәтеү маҡсатында да ҡулланырға кәрәк. Ашын бешерегеҙ, киптереп ҡуйығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, ялкынһыныуҙан ярҙам итә, гемоглобинды, организмдың тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта.
Дегәнәк. Дегәнәк япрағы һуты бик күп ауырыуҙарҙан дауа. Бигерәк тә кистаны бөтөрөүҙә файҙалы. Миома, фибриома кеүек шештәрҙе лә бөтөрөү үҙенсәлегенә эйә. Шулай уҡ организмдағы матдәләр алмашыныуҙы ла көйләй; ашҡаҙан-эсәк буйын да дауалай; ҡанды таҙарта.