***
Эй, һин яҙым!
Ашыҡтырма әле
Туҡтап торсо, зинһар, бер аҙға.
Сәсрәп китһә зөмрәт туҡ бөрөләр,
Сәсәр төҫлө тотош ер наҙға.
Туҡтап торсо, ана, күрәйексе,
Зәңгәр төҫкә болон күмелгән.
Йөрәктәрҙә хистәр яңырғандай,
Өмөт булып ҡалҡа күгүлән.
Бер мәл генә бит ул ипкен –яҙҙар,
Тояйыҡсы бер аҙ наҙҙарын,
Үтәләрҙән-үтә күренмәле,
Зәңгәрһыуҙай төҫөн яҙҙарҙың.
Бер мәл генә бит ул...
(Осто-үтте,
күҙең асып йомған аралай).
Япраҡ остарынан тамған нурҙан,
Затлы ғына ғүмер ярала.
Туҡтап торсо бер аҙ, ишетәйек:
Күк торналар ҡайтҡан йыраҡтан.
Сал тирәктә кәкүк төш юраймы,
Һандуғастан кемдәр йыр отҡан?
Бер мәл генә, бер мәл...
Хыял кеүек,
Селтәр генә яҙҙар, күрсе һуң!
Туҡтап торсо, тимен, ашыҡтырма,
Тойғоларын яҙҙың ҡурсыйыҡ.
***
Мин төшөмдә бөгөн ишеттемме,
Өнөмдәме оттом ул көйҙө.
Әллә ҡайҙан, быуат төпкөлөнән,
Һарҡып сыҡҡан моңдо кем тойҙо?
Кем ишетте тағы ошо көйҙө -
Сал ҡылғанға ятып илаған?
Күк тауҙарға һағып (аҡ ауазмы),
Ул ҡайҙарҙан икән яңғырай?
Кемдәр тағы отто ошо моңдо –
Ирәндектә саңҡыр бөркөтмө?
Сыңғырашып, әллә сыҡты микән
Теге күлдән йылҡы бер көтөү?
Кем ишетте икән ошо моңдо –
Аҡ тирмәлә сабый иланы...
Күктәр тарафынан инселәнгән
Батыр тиеп таныр ил уны.
Кемдәр тағы, кемдәр ишетте һуң,
Үҙәктәрҙе өҙөр был көйҙө?
Нескә генә ҡылдар өҙөлөпмө,
Күҙ йәшенә кемдәр төйөлдө?
Мең –мең хәсрәт, һағыш сәсәтәме,
Йөрәктәрҙе тотош аҡтарып!
Зар илай шул ҡарттар хаттар уҡып –
Күҙ алдынан үтә сал тарих...
Ишетелә һымаҡ ошо көйҙәр,
Ҡибла ҡарай аҡҡан һыуҙарҙа...
Кемдәр икән йәнде әсендереп,
Ул көйҙәрҙе һалған йырҙарға?
Мөмкин микән һүҙҙәр табырлыҡ, тим,
Аңлатырлыҡ асыл-тойғоно?
Һүҙҙәр артыҡ...
Моң ҡөҙрәтен тойған
Сабыр йөрәктәр ҙә ойоно...
***
Һаумы, диңгеҙ!
Һаумы, Ҡара диңгеҙ!
Яулыҡ болғап сәләм юллайым.
Ҡайһылай ҙа тиңһеҙ киң икәнһең –
Диңгеҙ түгел, Йыһан буйлайым!
Һаумы, диңгеҙ!
Һаумы, аҡсарлаҡтар!
Сәләмемде кемдәр ишетә?
Тулҡындарың һинең шомло, тиҙәр,
Тынлыҡтымы диңгеҙ иш итмәй?
Һаумы, диңгеҙ!
Һаумы, Ҡара диңгеҙ –
Зәңгәр күктәй үтә зәңгәрһыу!
Ҡояш та бит, ана, һиндә балҡый,
Күк көмбәҙен һаҡлай тәрән һыу!
Һаумы, диңгеҙ!
Төпһөҙ, сикһеҙ киңлек,
Була икән шундай ҙур һыуҙар.
Тынлыҡ эҙләп һиңә килдем бына,
Баҫылмаҫмы, тиеп, ярһыуҙар.
Ҡолас ташлап, иҙрәп тулҡыныңда,
Ҡара диңгеҙ, тим, бер йөҙәйем!
...Тынлыҡ көҫәп һиңә килдем бына,
Шомло шауҙан һиллек һөҙәйем...
***
Ҡабатланмаҫ ҡына йырҙар була:
Беҙ ишеттек уны яҙҙарҙа,
Беҙ ишеттек уны күк тауҙарҙа,
Ләйсән булып яуған ямғырҙа.
Ҡабатланмаҫ ҡына көйҙәр була,
Ул көйҙө беҙ йәйҙә ишеттек:
Шишмә генә булып Һаҡмар көйө,
Бәүелткәйне һөйөү-бишектә.
Ул көйҙәрҙе көҙ ҙә көйләгәйне,
Ул көйҙәрҙе һин дә беләһең:
Күк Йыһанды тотош ҡаплағайны,
Һағыныуҙың һағыш әләме...
Ҡабатланмаҫ ҡына моңдар була,
Ул моңдо беҙ тойҙоҡ иң элек.
Ул йырҙары кемдәр йырлар тимә,
Ул көйҙәрҙе көйләр мәңгелек.
***
Эй, илаһи мәл!
Тәбиғәттең
Тойоуымы илһам-сәғәтте?
Өй артында үҫкән ҡарт муйыл да,
Күлдәк кейгән затлы ебәктән.
Алмағастар һандал- аҡ күбектә,
Суҡ алҡаһын таҡҡан йәш саған.
Күк толомон үреп, елдә сайҡай,
Һағынғандай талдар йәш сағын.
Ерем өҫтө зөмрәт-зөбәржәттән -
Күҙҙең яуын алыр бер биҙәк.
Эй, илаһи яҙ!
Моңдарыңа түҙмәй
Өҙөлһә лә йөрәк- бер һиҙәп-
Юҡ үкенес.
Фани донъяларҙың,
Үтәләрҙән-үтә аҡ сағы.
Эй, илаһи мәл!
Ожмахҡа тиң миҙгел-
Яҙ икән дә йәннәт баҡсаһы.
***
"Һаҡмар ғына һыуҙың, ай, башына
Аллаһ һүҙен яҙҙым ташына..."
(йырҙан)
Һаҡмар башы!
Бына килдем әле,
Баҫып торам һинең ҡаршыңда.
Урау юлдар һиңә илткән икән,
Ни яҙайым, әйтсе, ташыңа?
Ни яҙайым, әйтсе, Һаҡмар башы,
Доғаларға һөйөү тиң микән?
...Таш быуаттан үҙ асылын юллап,
Йән яралтыр ерҙәр һин микән?..
Ни яҙайым икән аҡ ташыңдан
Илаһи бер ипкен таралһын?..
...Ниндәй тамыр бәйләп, тартып тора,
Быуат менән быуат араһын?..
Һаҡмар башы, әйтсе, ни яҙайым -
Ул моң етһен меңәр быуатҡа.
...Урал ҡаяһынан шоңҡар сөйгән
Киләсәгең микән буҙ атта?
Ни яҙайым уйып ошо ташҡа
Мәңгелектең итеп тамғаһы?
Йәнде бәйләр ғәзиз ергенәмә,
Кендек ҡаны булып тамғанһың.
Яҙайыммы алғыш аҡ ташыңа –
Киләсәккә булһын аҡ нәҙер.
Ейәндәргә ҡалыр хаҡ һүҙҙәргә
Белеп торам, эйе, юҡ ҡәҙер.
Яҙайыммы ҡарғыш ошо ташҡа –
Ҡан йәш түгеп илай әсәләр.
Ил өҫтөндә ирҙәр үлә лә һуң!
Ҡайғыларҙан кем һуң әрсәләр?
Ни яҙайым, Һаҡмар, аҡ ташыңа -
Быуаттарға ҡалһын һаҡланып.
...Яҙайымсы һиңә йөрәк һүҙен –
Хаҡ доғалар итеп ятларлыҡ.
***
Ҡарашыңда тотош моң –зар ғына,
Уйҙарың – буй етмәҫ ерҙәрҙә.
“Ни булды?”- тиеп мин һорамам -
Уйсанлыҡ килешә ирҙәргә.
Уйҙарыңда, беләм, туйҙар түгел:
Ил ҡайғыһы - һинең иңеңдә.
Һиҫкәнәһең, киләсәктең үҙе,
“Атай!”- тиеп тартһа еңеңдән,
“Улым!” тиеп баҡһа ата-бабаң -
Ҡан –хәтергә быуат нимә ул!
“Ҡарағайҙың көсө, бел, тамырҙа-
Йыға алмаҫ шул саҡ ел-дауыл”.
“Замандашым!”тиеп халҡыңдыңмы,
Ҡараштары һиңә төбәлгән.
...Яралы ҡош алыҫ осор микән,
Дары еҫе аңҡый көбәктән.
Сал тарихтың саңын ҡағып-ҡағып,
Ҡуш көбәкте тоҫҡай замана.
Аҫыл ирҙәр китә...
Иҫәбе юҡ...
Яҙғанбыҙҙыр, ай-һай, саманан.
“Нимә булды?” – тиеп һорай алмам,
Ҡараштарҙы баҫҡан моң-һағыш...
Быуат аша ишетелә төҫлө:
“Ерҙе сайҡай ҡарғыш, мең ҡарғыш...”
***
Ипкен бөркөр мәлдәр күптән үткән,
Ялҡын миләш төшкән ҡуҙ булып.
Күк ебәген мансып күҙ йәшенә
Ашығалыр ҡайҙа буҙ болот.
Ашығалыр ҡайҙа был миҙгелдәр,
Йән иҙрәтер йәйҙәр алыҫта.
...Әле генә һандал таң атҡайны -
Ҡыҙыл эңер балҡый офоҡта.
Ашығалыр ҡайҙа был ғүмерҙәр,
(Эй, был донъя, беләм, фани шул:
Күҙең асып йомған ара ғына,
Һарҡып ҡына ятҡан һағыш шул...)
Ашҡыналыр йөрәк (ауыҙлығын
Сәйнәп кенә өҙгән арғымаҡ –
Күк болонда кисә уйнаҡлаған
Ҡолонсаҡҡа дала тар һымаҡ).
Ашығабыҙ һаман, ашҡынабыҙ,
Аҡ миҙгелдәр генә юҡ та юҡ...
Әйтерһең дә, ошо һоро донъя
Мәңгелеккә ҡалған туҡталып.
***
Көтмәһәң дә килер ҡунағым юҡ,
Тәҙрә сиртә турғай, буҙ ғына.
Сырҡ-сырҡ килгән ҡошсоҡ тауышынан,
Әллә нигә йөрәк ҡуҙғыны.
Ҡуҙғыны ла йөрәк, теге өмөт -
Ҡырҡ төйөнлө генә төйөнсөк,
Яҙылып та китте "Яҙ! Яҙ!" тиеп,
"Тупһаңда бит һуң яҙ! Һөйөнсө!"
Һөйөнөргә, көйөнөргә микән,
Яҙҙар ҙа бит ҡайсаҡ яҙлыға...
"Ҡуй, яҙылма, өмөт, яҙылмай тор,
Көтәйексе бер аҙ, аҙ ғына", -
...тием дә бит, йөрәк түҙәме ни -
Һөйөнсөгә ни һуң һонайым?
...Күңел һандығында бер монаят-
Һағыш көйөн көйләр һорнайым...
***
Шаран асыҡ күңел һымаҡ был көҙ,
Сымылдыҡ та уңған, юҡ ҡорған.
Ояртыла үҫкән алмағаста
Суҡтурғайҙар, күрсе, туй ҡорған.
Сыр-сыу килә (байрам!), бер һағыш юҡ,
Ҡош баҙары тынмай баҡсала.
Һорғолт ҡына донъя йәме икән
Шул ҡоштарға, йәнем, баҡһана.
Шул ҡоштарҙа бит ул көҙҙөң йәме,
Ҡыр ҡаҙҙарын кисә оҙаттыҡ.
Асыҡ ҡалһын ҡапҡа, ситкә ҡуйсы
Тутыҡ баҫҡан ауыр йоҙаҡты.
Асыҡ ҡалһын, (ҡунаҡ көтә күңел)
Йоҙаҡ элмә, зинһар, ҡапҡаға.
...Суҡтурғайҙар туйы алмағаста,
Суҡтурғайҙар туйы баҡсала...
Автор фотоһы.