Сүп үләненән ҡотҡара. Ишек алдына йәйелгән плитка араһына үлән тиҙ үҫә. Бында сода ярҙамға килә. 1 л һыуға 4 аш ҡашығы сода ҡушып, иретмәне плитка йөйҙәренә һибеп сығырға. 4-5 аҙнанан тағы бер ҡабатларға.
Сода кәбеҫтәне ҡоротҡостарҙан һаҡлай. Соданы һәм ондо бер миҡдарҙа бергә ҡушып бутарға. Ҡатнашманы кәбеҫтәгә һәм тупрағына һибергә була.
Помидорҙы туҡландыра. Һабаҡтарына 0,5 процентлы сәй содаһы иретмәһе (100 мл һыуға 1 сәй ҡалағы) һиптергәндә, помидор баллыраҡ була.
Виноградҡа файҙалы. Виноград өлгөрә башлағанда, 5 пооцентлы сәй содаһы иретмәһе һиптерәләр. Ул виноградты балландыра һәм һоро серек сиренән һаҡлай.