Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
2 Май 2024, 11:44

Май айына һынамыштар

*Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.

Май айына һынамыштарМай айына һынамыштар
Май айына һынамыштар

*Айҙың башы йылы, матур килһә, икенсе яртыһы һалҡын булыр.

*Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.

*Май айы һалҡын булһа, игегә туҡлыҡ, себенгә юҡлыҡ булыр.

*Май айында ҡуңыҙҙар күп булһа, ҡоролоҡ көт.

*Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.

*Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.

*Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.

*Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.

*Торна бейеһә, һауа йылыныр.

*Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.

*Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр.

*Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр.

 

Автор:
Читайте нас