Мораҙым
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Апрель , 14:25

"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!

“Уралҡай” балалар баҡсаһында балаларҙы милли рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Бөгөн унда  Рәсәйҙә иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә бик матур сара - Шәжәрә байрамы уҙҙы.

"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!

 Шәжәрә байрамында Айытҡоловтар, Шахмаевтар һәм Ибраһимовтар ғаиләләре үҙҙҙәренең нәҫел ептәрен барланы. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең, ағинәйҙәрҙең , Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең ҡурайсылар (етәксеһе – Юлай Ҡыҙрасов), фольклор (етәксеһе – Зәлиә Сәйфуллина, концертмейстеры – Дәмин Камалеев) бүлектәре уҡыусыларының сығыштары сараға сағыу биҙәк булды.  Күгәрсен район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рөстәм Сәйетбатталов коллективтың эшен юғары баһаланы, балаларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләгән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм балалар баҡсаһы коллективына “Ҡыпсаҡ” китабын бүләк итте.

 Шәжәрә байрамын ойоштороуға ҙур көс һалған башҡорт теле уҡытыусыһы Гәүһәр Болғаироваға, музыка етәксеһе Светлана Фәхретдиноваға, “Аҡ сәскә” төркөмө тәрбиәсеһе Әминә Айытҡоловаға “афарин!” тиергә генә ҡала!

Сара хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне киләһе һанда уҡырһығыҙ.

"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
"Уралҡай"ҙа илһөйәр балалар үҫә!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: